Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2020, 11:05

Бер айға яҡын өйҙә юҡ...

Әсәне өйҙә бәлиғ булмаған сабыйы һәм 25 йәшлек ҡыҙы көтә.

“Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды 43 йәшлек Алена Крыжановскаяны эҙләп табыуҙа ярҙам һорай. Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатынды 1 июлдән алып таба алмайҙар, ә уны өйҙә өс бәлиғ булмаған сабыйы һәм 25 йәшлек ҡыҙы көтә.
Ҡатындың быға тиклем дә юғалып тороп, аҙаҡ көтмәгәндә әйләнеп ҡайтыуы билдәле. Был юлы уның оҙаҡҡа юғалыуы хәүефләндергән һәм өлкән ҡыҙы полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Аленаның буй оҙонлоғо 170 сантиметр тирәһе, ҡаҡса кәүҙәле, ниндәй кейемдә сығып китеүе билдәһеҙ. Ҡатындың ҡайҙа булыуы тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, ошо телефондарға шылтыратығыҙ:
8-987-106-06-01 йәиһә 02.
Фото: “Отклик” отряды.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-ay-a-ya-in-y--yu-383716/
Читайте нас: