Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Ер һәм мөлкән мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Башҡортостанда күп кенә ҙур муниципалитеттарҙың ҡала сигендә ер биреү мөмкинлеге бөткәне арҡаһында ошондай закон ҡабул ителде. Шуға күрә республика властары 250 мең һумлыҡ аҡсалата компенсация бирергә ҡарар иткән. Бындай уҡ компенсациялар күрше төбәктәрҙә лә бирелә икән. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә – 250 мең һум, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайында – 200-шәр мең һум.
Министр белдереүенсә, был аҡса тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн генә ҡулланыла ала:
- торлаҡ һатып алыу (шул иҫәптән төҙөлөү өҫтөндә булған);
- торлаҡ төҙөү (шул иҫәптән башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн);
- ер участкаһы һатып алыу;
- ипотека кредитын һәм уның буйынса проценттарҙы ҡаплау (штраф һәм пениҙарҙан башҡа).
Һатып алған торлаҡ йәки ер Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Бындай хоҡуҡҡа эйә булған кешеләрҙә һайлау мөмкинлеге бар: йә ер, йә аҡса. Компенсация ғариза һәм аҡсаны тотоноу маҡсаттарын күрһәткән документтар нигеҙендә биреләсәк. Граждандар аҡсаны ҡулына алмаясаҡ, улар ойошма йәки банк иҫәбенә тура күсәсәк.
Проект пилот режимында сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк. 2021 йылға тиклем мөмкин булған етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына яңы закондың уларҙы быға тиклем бүленгән участкаларға инфраструктура үткәреү бурысынан азат итмәй тине.
Әлеге ваҡытта республикала ер алырға сиратта 16 мең ғаилә тора. Ер етмәү арҡаһында, был сара күптәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеге бирәсәк.