Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:25

Республикала штрафтар 2,5 тапҡырға артҡан

Протоколдарҙың бөтәһе лә тиерлек тиҙлекте арттырыуға бәйле, йәғни 1,3 миллион штраф нәҡ ошо йүнәлештә тәртип боҙоуға ҡайтып ҡала.

Юл камераларының күпләп ҡуйылыуына бәйле республикала штрафтар һаны 2,5 тапҡырға артҡан. Былтыр тәүге ярты йыллыҡта “Кречет”, “Арена”, “Ураган” камералары 500 мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәһә, ә быйыл алты айҙа был һан 1,3 миллионға барып еткән.
Был тәү сиратта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән фото-видео ҡорамалдарының артыуына бәйле. Былтырғы йәйҙә республикала 200 аппарат эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 700-гә етеп килә. Башҡортостан был йәһәттән ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә инә.
Республика ЮХХДИ-һының Фото-видеотеркәү үҙәге начальнигы урынбаҫары Артем Истомин белдереүенсә, протоколдарҙың бөтәһе лә тиерлек тиҙлекте арттырыуға бәйле, йәғни 1,3 миллион штраф нәҡ ошо йүнәлештә тәртип боҙоуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ тыйылған урында туҡтаған өсөн – 22 мең, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн – ике мең, йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән өсөн 900 самаһы осраҡта штраф һалынған.
Әйткәндәй, юлдарҙағы камералар Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ҡуйыла. Был сара юлдарҙа аварияларҙы, фажиғәләрҙе, тәртип боҙоуҙарҙы кәметеү маҡсатында башҡарыла.
Фото: yandex.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: