Даирә
+7 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
24 Июля 2020, 12:45
Республикала хәбәрһеҙ юғалған 10 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылды
Башҡортостанда биш көн элек Ҡариҙел йылғаһы буйында юғалған 10 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды.
Уны иҫән-һау табылыуына өмөт бар ине. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ирекмәндәр ҡыҙҙы яр буйында эҙләне, водолаздар йылға төбөн ентекләп тикшереп сыҡты, ләкин эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ҡурҡыныс фараз раҫланды: бала һыуға батҡан. Уның кәүҙәһен 24 июлдә йылғаның икенсе яғына сығып барған көтөүсе тапҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, урында тәфтишселәр эшләй. Улар фажиғә сәбәптәрен асыҡларға тейеш.
https://
www.bashinform.ru/news/1476521-v-bashkirii-spustya-pyat-dney-poiskov-propavshuyu-bez-vesti-10-letnyuyu-devochku-nashli-mertvoy/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Лиза Алерт. Башҡортостан төркөмө, Vk
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!