Мәғлүм булыуынса, билдәле спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында (
НТВ, НТВ+, Россия-2, ТНТ һ.б.) төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева әле тыуған ерендә – Әлшәй районының Раевка ҡасабаһына ял итергә һәм көс йыйырға ҡайтҡан.