Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июль 2020, 13:10
Өфөгә 30 градус эҫенең ҡасан әйләнеп ҡайтасағы билдәле булды
Башҡортостандың Урал аръяғында тәүлек эсендә айлыҡ яуым-төшөм нормаһынан 160% яуған.
Ләкин, синоптиктар фаразы буйынса, ял көндәренә үк циклон күсә һәм республикала ямғырҙар һирәгерәк яуа башлай. Был башлыса төньяҡ райондарға ҡағыла.
27 июлдән Өфөлә көндәр йылыта. Термометр бағанаһы +25 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм дә фаразлана, ләкин бик күп түгел.
Август башында Башҡортостандың баш ҡалаһына 30 градус эҫе әйләнеп ҡайта һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, календарь йәй тамамланғансы дауам итә.
https://www.bashinform.ru/bash/1476426/
Фото Т.Роза
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: