Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:10

Әҙерләнергә ваҡыт бар!

Был йыл эсендә нығыраҡ әҙерләнеп, Фольклориаданы тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үткәреү мөмкинлеге бирелде беҙгә.

Фольклориада быйыл үтмәне тип ҡайғырып ултырыу юҡ. Донъя кимәлендәге ҙур сара киләһе йылға күсерелде. Тимәк, Башҡортостанға яҡшыраҡ итеп әҙерләнеү өсөн тағы бер йыл ваҡыт бар. Был турала үҙенең фекерен белдереп, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров “Фейсбук”та яҙып сыҡты.
“Кисә VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙек. Ул коронавирус пандемияһы арҡаһында 2021 йылға күсерелде. Фольклор байрамын иң юғары кимәлдә үткәреү өсөн ваҡыт бар. Яҡынса, байрам июлдең тәүге яртыһында буласаҡ.
Әлегә 57 ил теркәлгән, барлығы 80 ил вәкилен көтәбеҙ, был – 2500 кеше. Шулай уҡ туристарҙы саҡырыу буйынса ла ҙур эш башҡарыласаҡ. Туристик компаниялар ҙа Башҡортостанды күрергә теләгәндәр өсөн пакетлы ҡарарҙар әҙерләй башлаһын ине. Беҙҙең донъяға Башҡортостан, уның матурлығы тураһында һөйләү өсөн бик яҡшы мөмкинлек бар.
Фестивалде үткәреү схемаһы элеккесә ҡала: фестиваль округтары буласаҡ, унда артистар барасаҡ. Бик күп ирекмәндәр ҡатнашыусылар менән эшләйәсәк. Хәҙер бөтәбеҙгә лә мобилләшергә һәм яңы көстәр менән әҙерлек башларға кәрәк. Эштәр барышы тураһында һөйләп барырмын!” – тип яҙҙы ул.
Фото: pobeda.rbsmi.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: