Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июль 2020, 13:40

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашабыҙмы, райондаштар?

Ауылдар араһындағы айыҡлыҡ конкурсы тиҙ арала уҡ беҙҙең тормошта лайыҡлы урын яуланы. Быйыл иһә 1 авсуста старт аласаҡ конкурстың приз фонды 10 тапҡырға артыуы ҡыуаныслы яңылыҡтарҙың береһе булды.Ниндәй булырға тейеш һуң айыҡ ауыл? Бәйгенең әһәмиәте нимәлә? Уның сиктәрендә ауылдарҙа ниндәй саралар ойошторорға мөмкин? Райондаштарыбыҙға ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. Иҫке Муса ауыл Советы биләмәһе башлығы, райо башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, Бишауыл-Уңғар ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Фәһимә Абдрафиҡова, Алайғыр ауылынан Фәниә Заманова, Күлләр ауылынан Риммә Сөләймәновалар ниндәй фекерҙә?

Илмира Ғәлиәхмәтова, Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
- Быйылғы конкурста ҡатнашасаҡ ауылдарҙың халыҡ һаны буйынса 4 категорияға бүленеп баһаланасағы бик хуп. Эре ауылдар, бәләкәйҙәренән айырмалы рәүештә, “Уңайлы ҡала мөхите”, “Башҡорт ихаталары” кеүек программаларҙа ҡатанаша ала. Шуға ла “Айыҡ ауыл” – бик шәп мөмкинлек ул. Ғөмүмән, был конкурсы хәҙер айыҡлыҡ, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау сараһына ғына түгел, берҙәмлек, йүнселлек, күркәм тормош сағылышына ла әүерелә бара. Эскелектән ҡотолоуы, эйе, анһат түгел. Әммә был яуызлыҡты, еңеп булмай, тип, ҡул һелтәп, битараф ҡала ла алмайбыҙ. Бәйгенең маҡсаты – халыҡты берләштереү, дәртләндереү, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, матур йәшәргә ынтылыш биреү, халыҡтың һаулығына иғтибарҙы арттырыу. Һәр ауылда үҙ артынан эйәртеүсе кешеләр - лидерҙар булыуы бик мөһим. Улар менән бергә эшләп, халыҡтың күңеленә асҡыс табырға кәрәк.
Үҙебеҙҙең ауыл биләмәһенә килгәндә, әлеге ваҡытта ойоштороу комитеты менән һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, мотлаҡ ҡатнашырбыҙ, тип ышанам.

Фәһимә Абдрафиҡова, Бишауыл-Уңғар ауылы:
- Был конкурсҡа ҡарашым һәр ваҡытта ла ыңғай булды. Минеңсә унда ҡатнашыуҙың төп талабы – ул мәктәптең, мәҙәниәт усағының, фельдшер-акушерлыҡ пунктының, ауыл Советы хакимиәтенең һәм ауылдағы башҡа учреждениеларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм эшләүе. Шунда ғына һөҙөмтәгә ирешеп була. Бәйгене байтаҡтан бирле күҙәтеп киләбеҙ, ҡатнашырға йөрьәт итергә ваҡыттыр, бәлки? Беҙ кемдән кәм? Кемдер, унда спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар аҙ булған, өлгөлө ауылдар ғына ҡатнашырға тейеш, тигән фекерҙә. Минеңсә, киреһенсә, эскелеккә көрәш иғлан итеп, алға, матур йәшәүгә ынтылған ауылдарҙың ҡатнашыуы дөрөҫтөр. Бары тик халыҡтың сәмен генә уятырға, дәрт осҡоно һалырға кәрәк. Етмәһә, конкурста еңгән аҡсаға ауылыбыҙҙа төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә аласаҡбыҙ.
Римма Сөләймәнова, Күлләр ауылы:
- “Айыҡ ауыл”да ниндәй генә ауыл ҡатнашһа ла, тәү сиратта өйҙән спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы етди көрәш булыуын теләйем. Шулай уҡ магазиндарҙан төрлө шыйыҡсылар менән сауҙа итеп, кешене эскелеккә батырып, аҡса эшләүселәрҙе лә өнәмәйем. Бик кәрәкле, беҙҙең йәмғиәтебеҙ өсөн өлгөрөп еткән проект. Тик саралар исем өсөн, йәғни фотоотчет яһау өсөн генә түгел, ә ысынлап та, тәрбиәүи маҡсатта халыҡтың күңеленә барып инерҙәй булып уҙғарылһын ине, тигән теләктәмен.

Фәниә Заманова, Алайғыр ауылы:
- Был бәйгене дәррәү итеп күтәреп алыу яҡлымын. Эскелекте төбө-тамыры менән йәмғиәтебеҙҙән алып ташлауы ауыр, әммә шулай ҙа беҙ был афәткә ҡарата битараф та була алмайбыҙ. Беҙ, ололар, йәштәргә өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Эсмә, тартма, тип әйтеү генә етмәй, үҙебеҙҙең йәшәү рәүешебеҙ уларға маяҡ булырға тейеш. Ошо шайтан арҡаһында күпме ғаиләләр тарҡала, енәйәтәр, вәхшилектәр ҡылына, юл-транспорт ваҡиғалары була, балаларҙың бала сағы урлана. Мин үҙем Әбйәлил районының Байым ауылынанмын. Ауылдаштарым күптән инде айыҡлыҡҡа табан юлда. Халыҡ бик әүҙем, әле бер, әле теге сараларҙы уйлап табып ҡына тора. Хатта үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән боҙ майҙансығы төҙөнө һәм, ышанаһығыҙмы, юҡмы, хаҡлы ялдағы апайҙар (!) күрше ауылдарҙағы әхирәттәрен саҡырып, хоккей уйнайҙар. Бынан тыш, саңғы уҙыштары, башҡа спорт ярыштары уҙғарылып тора. Фольклор байрамдарын, йола күрһәтеүҙәрҙе әйтеп тә тормайым. Сараларҙа самауыр сәйен, буҙа эсәләр. Матур йәшәү, ауылдарҙы йәнләндереү – үҙебеҙҙең ҡулда.
Эльнара Шаймарҙанова яҙып алды.
Читайте нас: