Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 10:30

“Зинһар, шылтыратыуҙарҙы туҡтатығыҙ!”

Күптән түгел мосолман йолаһы буйынса никах үткәргән Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов ниндәй мөрәжәғәт менән сығыш яһаған?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән шәмбелә, 18 июлдә, башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың мосолман йолаһы буйынса никах уҡытыуы мәғлүм булғайны.
Шатлыҡлы хәбәр йырсыларҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға бик оҡшаған. Унан тыш, һәләтле йәштәрҙе төрлө матбуғат баҫмаларының журналистары ла борсой, имеш.
Һәр хәлдә, Гөлназ Асаева һәм уның кейәүе Вилдан Шәмсетдинов интервью алырға теләгән ҡәләм оҫталарының һөжүменә ҡаптыҡ, тип хәбәр итә.
Әлбиттә, журналистарҙы ла аңларға була: геройҙарҙың үҙҙәренән һорауҙарға яуап алыуға етәме һуң? Әммә әлегә был ғәмәлде бер кем дә тормошҡа ашыра алмаған. Ул ғына түгел, Гөлназ Асаева артыҡ иғтибарҙың күңелдәрен ҡырыуын социаль селтәрҙә лә белдергән:
- Хөрмәтле журналистар, беҙ никах темаһына интервью биреүҙән баш тартабыҙ. Зинһар өсөн, беҙҙең директорҙарға, таныштарға, яҡындарыбыҙға шылтыратыуығыҙҙы туҡтатығыҙ! Аңлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! - тип яҙған йырсы ҡыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ул никах темаһын асыуға фәҡәт үҙе ҡаршы түгеллеген, әммә кейәүе был темаға журналистар менән аралашырға ҡырҡа ҡаршы икәнлеген белдерә.
Әйткәндәй, быға тиклем Гөлназ Асаеваның кейәүе кем икәнлеге асыҡланғайны. Ҡайһы бер баҫмалар хәбәр итеүенсә, Вилдан Шәмсетдинов Ҡазан тарафында түгел, ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ырымбур мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһы колледжы студенты булып киткән. Әммә бер аҙҙан Вилдан был уҡыу йортон ҡалдырып, 2015 йылда Ҡазанға юлланған. Артабан ул Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алған.
2016 йылдар тирәһенән Вилдан Шәмсетдинов профессиональ кимәлдә йырҙар яҙҙыра. Һәләтле егет Villi псевдонимын алып, Радик Юлъяҡшин лейблы аҫтында ла эшләп ала. Әлеге ваҡытта ул – ирекле музыкант. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: геройҙарҙың шәхси сәхифәһенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Zin-ar-shiltiratiu-ar-i-tu-tati-i-377146/
Читайте нас: