Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 10:45

Уйламай эшләгән эш һөҙөмтәһе аяныслы булыуы бар...

Екатеринбургтағы Үҙәк хәрби округ суды Межгорье ҡалаһынан 18 йәшлек Богдан Колодяжновты биш йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән.

Былтыр мартта ул интернетта Сүриә тураһында материалдар ҡуйылған төркөм һылтанмаһын күрә. Унда үҫмер теркәлеү үтә. Шунан һуң кемдер ғәрәпсә: “Һин кем? Нимә кәрәк?” – тип яҙа. Яҙышҡан саҡта билдәһеҙ кеше уҡыусыға рус телендә уны “ант” тип аңлата. Богдан үҙе иһә: “Алдан бер ваҡытта ла ниндәйҙер анттарҙың барлығы тураһында ишетмәнем, уның нимә булыуын белмәйем, бер ваҡытта ла бер ниндәй ант бирмәнем”, - тип белдерә.
Үҫмер әңгәмәсеһен "ҡара исемлек"кә индереүе, ә аңлайышһыҙ һүҙҙәр яҙылған ант тексын видеоға төшөрөп, ике танышына ебәреүе, үҙенең бер ниндәй ҙә ҡурҡаҡ булмауын иҫбатларға тырышыуы тураһында һөйләй.
“Көлә-көлә, мин был аңлайышһыҙ тексты, иң аңһыҙ һәм мәғәнәһеҙ һүҙҙәрен һайлап, тик һигеҙенсе тапҡырҙа ғына яҙҙыра алдым”, – тип аңлата ул.
Бер нисә көндән һуң Богданға Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килә: аңлатма алалар, телефон һәм нотбугын конфискациялайҙар. Ай ярымдар һуң, һуңғы ҡыңғырау көнө егетте ҡулға алалар.
Судта егет үҙенең ғәйебен танымаған, әммә был уны язанан ҡотҡармай. Шулай итеп 18 йәшендә генә Богдандың яҙмышы селпәрәмә килә. Уның хатаһын башҡа йәштәр, үҫмерҙәр ҡабатламаһын ине. Телефон, интернет бер яҡтан уңайлылыҡ тыуҙырһа, икенсе яҡтан ҙур хәүеф сығанағы, шуға ла өлкәндәр ҙә, мәктәптә лә ошондай виртуаль хәүеф-хәтәр янауы хаҡында даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Уйламай эшләүҙең ҙур бәләгә килтереүе бар.
Фото: ura.news/ Vk сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/antiterror/Uylamay-eshl-g-n-esh---mt-e-ayanisli-buliui-bar-378641/
Читайте нас: