Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 14:25

Пандҽмияның бҽр эҙҽмтәһҽ

Коронавирус пандемияһы эҙҽмтәһҽ булған донъяуи иҡтисади кризис арҡаһында яңы төр мутлашыуҙар һәм Интернет селтәрендә ҡулланылған енәйәттәр барлыҡҡа килде.

Уларҙың береһе - шәфҡәтлелек ихтыяждары һылтауы менән (коронавирус менән ауырыған кешеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға ярҙам итәбҽҙ тип) граждандарҙың һәм ойошмаларҙың аҡсаһын урлау. Ҡағиҙә буйынса, бындай енәйәттәр мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә аша ҡылына.
Мутлашыуҙың тағы бер төрө – коронавирус йоҡтороуҙан “һаҡлай торған тауарҙар” һатыу, шулай уҡ был инфекциянан “вакциналар” тәҡдим итҽү.
2020 йылдың ғинуар башынан уҡ Интернет селтәрендә коронавирустан һаҡлай торған саралар һатылыуы тураһында иғландар барлыҡҡа килде, әммә улар әлегә тиклем юҡ. Бынан тыш, йәнәһе лә был ауырыуҙан һаҡлаған амулеттар, микстуралар, дин культы предметтары һатыла, төрлө имләүҙәр, “өшкөрөлгән һыу” хеҙмәттәре һәм башҡалар тәҡдим итҽлә.
Шулай уҡ енәйәтселәр граждандарға үҙ аллы изоляцияны боҙған өсөн штраф түләүҙҽ талап итеп, реквизит ҡағыҙҙары ебәрә.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе белеү маҡсатында мутлашыусылар тарафынан зыянлы программа тәьминәте тураһында хаттар ебәрә؛ Йәнәһҽ улап медицина учреждениеларынан, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаларынан. Артабан был юл менән алынған мәғлүмәттәр кешеләрҙең иҫәбенән аҡса урлау өсөн ҡулланыла.
Бөгөнгө көндә шундай мутлашыуҙар күбәйҙе – "коронавирус йоҡторған кешенең туғандары исеменән йәиһә медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре" ауырыуҙы дауалау өсөн аҡса күсереү тураһында мөрәжәғәттәр ҽбәрә.
Авиакомпания йәиһә туристик агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре исеме менән коронавирус арҡаһында ғәмәлдән сыҡҡан билеттарҙың, туристик юлламаларының хаҡын кире ҡайтарыу тураһында енәйәттәр осраҡтары ла асыҡлана. Енәйәтсҽләр мутлашыуҙын яңынан-яңы осраҡтарын табып тора؛ Алдашыу ҡорбаны булмаҫ өсөн һаҡ һәм уяу булығыҙ!
Алҽксҽй Пҽтров, район прокуроры урынбаҫары
Читайте нас: