Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 10:29

Меңәрләгән кеше ярҙамға килгән

Бөгөн респбликалағы урман янғындары һүндерелеп бөттө. Бындай афәт республикала 2010 йылдан бирле күҙәтелмәгән.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 17.00 сәғәткә республиканың урман фондындағы янғындар тулыһынса һүндерелгән, йәғни Белорет районындағы – дүрт, Бөрйән районындағы бер янғын ликвидацияланған. Министрлыҡтың урман янғыны һүндереү көстәре һәм саралары даими дислокация урынына ҡайтарылған.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы янғындар менән хәл һәм уларҙы бөтөрөү өсөн ҡабул ителгән сараларға арналған брифингта республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов йыл башынан төбәктә 110 янғын теркәлеүе, уларҙа 1899 гектар майҙандың зыян күреүе хаҡында белдерҙе.
Иң күп урман янғындары ошо райондарҙа теркәлгән: Учалыла – 23, Белоретта – 18, Йылайырҙа – 18, Бөрйәндә – 13, Әбйәлилдә – 12.
Ун иң ҙур янғын 1441 гектар майҙанды ялмап алған: Учалы урмансылығында – дүрт (578,8 гектар), Әүжән урмансылығында – ике (722 гектар), Бөрйән урмансылығында – ике (79,8), Тирлән урмансылығында ике (60,7 гектар).
Утты һүндереүҙә күрһәтелгән етеҙлек 74 процентҡа тиң булған, йәғни 77 янғын бер тәүлектә ауыҙлыҡланған.
Федераль әһәмиәттәге Көнъяҡ Урал дәүләт ҡарсаулығында һәм Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында биш янғын сыҡҡан, уларҙа 2018 гектар урман зыян күргән.
Һуңғы аҙнала көндәрҙең эҫе тороуы һәм ҡоро йәшендең ҡотороуы арҡаһында Урал аръяғы райондарында 59 янғын 1563 гектарҙы ялмап ала, был быйылғы осраҡтарҙың 56,7 процентын тәшкил итә. Анығыраҡ әйткәндә, ошо 59 осраҡтың 52-һе йәшен атыу сәбәпле сыҡҡан (86,4 процент). Йәшендең бындай әүҙемлеге һәм янған майҙандың ҙурлығы 2010 йылдан бирле күҙәтелмәгән, йәғни бынан ун йыл элек 608 янғында 11,6 мең гектар майҙан зыян күргән. Ул ваҡытта ла ошондай хәл июлдән 20 авгусҡа тиклем бара, йәғни ун йылдан һуң ваҡиға ҡабатланды.
Янғындарҙы һүндереүгә 1847 кеше һәм 651 техника йәлеп ителгән. "Ҡыҙыл әтәс" ҡоторған урындарҙа көн дә авиация патруллек итә. Авиация ярҙамында үтеүе ауыр булған таулы урындарҙа 21 сығанаҡ табылған.
Быйыл урман янғындарын һүндереүгә план буйынса 2,9 миллион һум аҡса һалынһа, әлеге сығанаҡтарҙы һүндереүгә 4 миллион һум сарыф ителгән, йәғни лимит 1,1 миллион һумға артып киткән. Ошоға бәйле, республиканың урман хужалығы министрлығы “Рослесхоз”ға бүленмәгән резервтан уттарҙы һүндереүгә өҫтәмә рәүештә 5,8 миллион һум күләмендә финанс сара бүлеүҙәрен һорап ғариза ебәргән.
Алдағы янғындарҙа урман фондына 428 мең зыян килтерелһә, ҡалған һуңғы осраҡтар буйынса юғалтыуҙар министрлыҡ һәм күҙәтеү органдары менән берлектә асыҡланасаҡ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Me-rl-g-n-keshe-yar-am-a-kilg-n-378787/
Читайте нас: