Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 14:05

Ирекмәндең йөрәге туҡтаған...

Ул Белорет районындағы янғынды һүндерешеү өсөн ярҙамға ашыҡҡан, әммә һаулығы арҡаһында ғүмере өҙөлгән...

Белорет районында урман янғындары тулыһынса һүндерелгән. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә. "Иң оло рәхмәтебеҙҙе ирекмәндәргә еткерәбеҙ. Улар төрлө ҡалаларҙан, шул иҫәптән Сибай, Магнитогорск, Өфөнән килде. Ҡаһарман ауылы янындағы янғынды һүндерешергә Ҡазандан килгән ғаилә лә ярҙам күрһәтте. Улар Ҡағыла ял итергә килгән ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын фажиғәле эҙемтәһеҙ үтмәне. Урмансыларға ярҙам итергә Сәрмәндән килгән ирҙең Ҡыраҡа һыртындағы янғынды һүндерергә юлланғанда, йөрәге туҡтай", - тип яҙа ул.
Ярҙамға ашыҡҡан, әммә һаулығы арҡаһында ғүмере өҙөлгән ирҙең ғаиләһенә ерләү өсөн ярҙам күрһәтелгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил урмандарында янғындар булды, уны һүндереүҙә меңдәрсә ирекмән ҡатнашты.
Фото: Андрей Иванютаның "Бәйләнештәге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irekm-nde-y-r-ge-tu-ta-an-378992/
Читайте нас: