Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 11:55

Хөкүмәт туристарға аҡса вәғәҙә итә

Һеҙ Рәсәй буйлап сәйәхәт итәһегеҙ, ә дәүләт аҡса түләй. Бының өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк.

Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһы алдында Хөкүмәттең 2019 йылдағы эше тураһындағы отчеты менән сығыш яһағанда: “Туристик тармаҡ бөгөн ауыр хәлдә ҡалды. Уға ярҙам итеү генә түгел, шулай уҡ артабан ҡеүәтле үҫеш өсөн шарттар ҙа тыуҙырырға кәрәк”, – тип белдерҙе.
Хөкүмәт Рәйесе туроператорҙарға 3,5 миллиард һум субсидия бирелеүе хаҡында ла белдерҙе.
– Үткән аҙнала иһә Хөкүмәт эске туризмды үҫтереү өсөн тағы ла өҫтәмә 15 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был аҡса Рәсәй төбәктәрендә ял итергә ҡарар иткән кешеләрҙең сығымдарын өлөшләтә ҡайтарыуға китәсәк. Туристарға ҡайтара торған сараларҙың күләме 5 мең һумдан 15 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк, – тине Премьер-министр.
Акция шарттарына ярашлы, турға төрлө төр транспорттағы хәрәкәт һәм мотлаҡ квалификация үткән ҡунаҡханала йәшәү инергә тейеш. Шулай уҡ сәйәхәт ваҡыты биш көндән дә кәм булмаҫҡа, дөйөм хаҡы 25 мең һумдан башлап 75 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
25 мең һумдан 50 мең һумға тиклем торған тур өсөн картағыҙға биш мең һум ҡайтарыласаҡ. 50 мең һумдан 75 мең һумға саҡлы төшкән сәйәхәттәр өсөн 10 мең һумды ҡайтарыу ҡаралған. Ә инде 75 мең һумдан артҡан осраҡта 15 мең һум компенсациялана.
Был акцияға эләккән төбәктәр ике төркөмдән тора. Беренсеһенә 44 төбәк инә, унда йәүшәүселәргә 15 августан 20 декабргә тиклем сәйәхәт ҡылып ҡалырға кәрәк. Икенсе төркөмгә 11 төбәк инә, улар өсөн 1 октябрҙән 20 декабргә тиклем субсидиялы ял итеү ҡаралған.
Әйткәндәй, Башҡортостан беренсе төркөмдәге исемлеккә ингән.
Фото: likes.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/H-k-m-t-turistar-a-a-sa-v---it-378550/
Читайте нас: