Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июль 2020, 11:55
“Балалар тыпырсынмай, шым ғына, тиҙ бата...”
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың республика халҡына үтенес менән мөрәжәғәт итеүе һис ғәжәп түгел. Ул балаларҙы һыуға батыуҙан һаҡларға саҡырып, ҡурҡыныс һандарҙы миҫалға килтерҙе. Тетрәндерерлек йәй быйыл!
“Көн һайын йылға һәм һыу ятҡылыҡтарында балаларыбыҙҙы юғалтабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йыл башынан һыуҙа 18 бала һәләк булды. Биш йәштән ун ете йәшкә тиклемге балалар ине улар. Был фажиғәләр Архангел, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә һәм Шаран райондарында теркәлде. Шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында балалар фажиғәһенә юл ҡуйылды,”- тип хәбәр итте Фәрит Ғүмәров.
Балаларҙың иң күбеһе - алты бала - Ағиҙел йылғаһында батҡан. Етәксе әйтеүенсә, һыуҙағы фажиғәләрҙең 40 проценты ата-әсәләрҙең эргәһендәге сабыйҙарына иғтибарһыҙлығы , ә 60 проценты балаларҙың яңғыҙ көйө һыу буйына барыуҙары арҡаһында килеп сыҡҡан.
“Өлкәндәр күп булғанда, барыһы ла балаларҙы күҙәтә һәм береһе лә даими ҡарамай. Һәр кем башҡаларҙың ҡарарына ышана. Шуға күрә һыу эргәһендә булғанда мотлаҡ берәүҙең сабыйҙан күҙ яҙлыҡтырмауы мөһим. Балалар тыпырсынмай һәм ҡысҡырмай, улар шау-шыуһыҙ һәм тиҙ бата, ғәҙәттә 30 секунд дауамында”, - тип аңлатты ул.
Ата-әсәләр! Балаларға өрөп тултыра торған матрастарҙа һәм кругтарҙа алыҫҡа йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ. Бер үҙҙәрен һыу буйына ебәрмәгеҙ! Иң мөһиме – уларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Бары бергәләп кенә балаларҙы фажиғәләрҙән аралай аласаҡбыҙ!
Ксения Калинина фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Balalar-tipirsinmay-shim-ina-ti-bata-378687/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла