Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 17:43

Ташландыҡ урынға алып барып...

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, ти халыҡ. Өфөлә йәшәгән 43 йәшлек иргә бынан 15 йыл элек ҡылған ауыр енәйәт өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Был осраҡ Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының криминалистика бүлеге һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәге хеҙмәткәткәрҙәре бергә эшләү һөҙөмтәһендә асыҡланған. Әле “көсләү менән бәйле үлтереү”гә ҡағылышлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
2005 йылдың ноябрендә тәртип һаҡлау органдарына Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында ташландыҡ урында үлтерелгән ҡатындың кәүҙәһе табылыуы тураһында мәғлүмәт килә. Ул саҡта уҙғарылған тәфтиш эштәрендә ғәйепләнеүсене асыҡлау мөмкин булмаған.
Быйыл уҙған йылдарҙағы енәйәттәрҙе асыу һәм тикшереү буйынса эштәр барышында был эш материалдары яңынан ҡарала, шул саҡта ваҡиға урынынан алынған әйберҙәр буйынса ҡатмарлы эксперт тикшереүҙәре үткәрелә. Ошо комплекслы эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә был енәйәтте ҡылыусы ваҡиға урынынан алыҫ булмаған урында урынлашҡан автомобиль баҙарында автомобилдәр һатҡан 42 йәшлек ир булып сыға. Ул 2018 йылда тағы ла көсләүгә бәйле енәйәт ҡылған, әле холоҡ төҙәтеү колонияһында ултыра.
Йыйылған дәлилдәргә бәйле һорау алыуҙа ир бынан 15 йыл ҡылған енәйәтен дә таный.
Тәфтиш органы фаразы буйынса, 2005 йылда иртәнсәк ул үҙенең автомобилендә ҡатынды эшенә алып барырға тәҡдим итә. Тик уны кеше йөрөмәгән урынға алып сығып көсләй, һуңынан башына бер нисә тапҡыр һуға. Ҡатын алған тән яраларынан шунда йән бирә.
Әлеге ваҡытта был енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Рәмилә Мусин
Читайте нас: