Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 20:23

Межгорье егетенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ

Өфөләге “Ҡояшлы” пляжында бармен булып зшләгән Максим Попов көтмәгәндә батырлыҡ күрһәтеп, халыҡтың рәхмәтен алды. 20 июлдә иртәнсәк 21 йәшлек егет Ағиҙелдә батып барған ике кешене һыуҙан алып сыҡты.

“Иртән сәғәт етелә бар өҫтәлен һөртә инем. Официант ҡыҙ ҡысҡырып килеп инде: "Унда кеше һыуға батты!” Мин өҫтәл аша һикереп сыҡтым да, сисенә-сисенә йылғаға йүгерҙем”, - тип хәтерләй ул мәлде Максим. Батыусылар икәү булып сыға. Ҡыҙ ярға яҡыныраҡ булғанлыҡтан, уны һай ергә сығарыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Ә ирҙе ҡотҡарыуы анһат булмай. Ул һыуҙа сәсәй башлаған була, барменды ауырлығы менән баҫып, үҙен батыра башлай.
“Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә ҡурҡтым, уның кәүҙәһе минән ҙурыраҡ. Миңә уны тынысландырыу өсөн ҡаты ғына ҡысҡырырға тура килде. Ҡулынан тартып, ярға алып сыҡтым,” - тип хәтерләй герой. Яр буйында кешеләр булһа ла, уларҙың ҡотҡарырға ташланырға ҡыйыулығы етмәй. Бәләгә тарый яҙғандар Һиндостандан килгән ҡунаҡтар булып сыҡҡан.
”Әсәйем был ваҡиға хаҡында белгәс, иланы ла иланы. Иҫәнмен бит, кешеләр ҙә иҫән-һау, тим. Мин Өфөгә Межгорьенан эш эҙләп килдем. Йәй миҙгеле тамамланғас, ҡайҙа барырымды әлегә белмәйем,” - ти Максим.
Фото:шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: