Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 12:06

Фирҙәүес Әширбаева табылған

Ҡатынды ғаиләһе, яҡындары, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм башҡалар эҙләгәйне лә бит...

Фирҙәүес Әширбаева 13 июлдә Өфөлә эшкә китеп барған еренән ғәйеп булған. Тик ул хеҙмәт урынына барып етмәгән. Ошо көндө сәғәт 11-ҙә уға яҡындары яҙған, әммә ул ҡыҫҡа һәм сәйер генә яуап биргән. Һәм 20 минуттан бәйләнештән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Фирҙәүес Әширбаева табылған, уның ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандағы “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын имен-һау табылыр тигән уй-өмөттәребеҙ аҡланманы...
Фото: "Лиза Алерт".
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: