Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 11:30

Башҡортостанда мәғариф министры 25 июлдә мәктәптә сығарылыш кисәләренең нисек үтәсәге хаҡында һөйләне

Шәмбе, 25 июлдә, Башҡортостанда мәктәп тамамлаусылар өсөн сығарылыш кисәләре ойошторола. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин матбуғат конференцияһында уның нисек үтәсәге хаҡында һөйләне.

«Сығарылыш кисәләрен ойошторғанда, беренсенән, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Ошондай саралар менән балаларға йәки уҡытыусыларға коронавирус йоҡтороу мөмкинлегенә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Сир сығанағы барлыҡҡа килһен өсөн аҙ ғына мөмкинлек тә булмаһын. Икенсенән, башлыҡтың указында билдәләнеүенсә, сарала 50-нән артыҡ кеше ҡатнаша алмай. Беҙ быны иҫәпкә алырбыҙ. Өсөнсөнән, быйыл уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә мәҙәни һәм дөйөм туҡланыу урындарына барыуҙан баш тартырға кәңәш бирәбеҙ. Сөнки унда битлек режимы ла, дистанцияны һаҡлау талабы ла үтәлмәй», — тине министр.
Бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә COVID-19 буйынса пандемия арҡаһында баш ҡала мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙғарылмауын хәбәр иттеләр.
Фото: Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
Читайте нас в