Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 21:19

Ҡатын менән ике баланы яндырған

Был ҡурҡыныс ваҡиға былтыр май айында бар республиканы шаңҡытҡайны.

Дәүләкән ҡалаһында була ул. 30 йәшлек Михаил Щемелин ике бәләкәй балаһы булған ҡатын менән таныша.
Бер көндө улар дуҫтарына ҡунаҡҡа бара. Төнгә ҡарай ҡатын алты һәм туғыҙ йәшлек малайҙары менән ҡайтып китергә була. Тик ир кеше был ҡылыҡҡа үпкәләй һәм үс алырға була. Төн уртаһында ул ҡатын менән балалар йәшәгән ихатаға инә һәм ағас йортҡа ут төртә. Үҙе өйөнә ҡайтып йоҡларға ята. Меҫкен ҡатын һәм малайҙар төтөнгә ағыуланып үлә. Килтерелгән зыян 690 мең һумға баһалана. Был - зыяндың матди өлөшө, ә бер вәхшиҙең ҡанһыҙ ҡылығы арҡаһында бер түгел өс кешенең ғүмере өҙөлөүен бер ниндәй хаҡ менән дә билдәләп булмай, әлбиттә.
Республиканың Юғары суды иргә ҡарар сығарҙы. Уны алдан уйланған үлтереүҙә һәм мөлкәтте юҡҡа сығарыуҙа ғәйепле тип таптылар. Әйткәндәй, Щемелин үҙенең ғәйебен танымаған. Суд уны ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте. Ул махсус режимлы колонияға китәсәк. Шулай уҡ ике миллион һумлыҡ компенсация түләргә тейеш.
Фото: Уфа1.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: