Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2020, 21:04

23 июлгә тиклем Башҡортостандың федераль конкурста ҡатнашҡан турпроекттары өсөн тауыш бирергә кәрәк

Башҡортостандан ике проект Рәсәйҙә туристик-рекреация кластерҙары ойоштороу, экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурста ҡатнаша һәм Стратегик башланғыстар агентлығы грантына һәм профессиональ ярҙамына дәүә итә.

Ошондай кластерҙар булдырыуҙың төп маҡсаты – туристар ағымын яйға һалыу. Бындай ҡараш антропоген йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә, биләмәләр менән грамоталы идара итергә һәм берҙәм туристик маршруттар селтәрен булдырырға мөмкинлек бирә. Беҙҙең республиканан «Ҡөҙрәтле Ирәмәл» (уға «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Уралтау» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләре инде), шулай уҡ «Башҡортостан йөрәге» проекттары тәҡдим ителде. Ул төбәк әһәмиәтендәге «Еҙем» паркын, федераль әһәмиәттәге «Башҡортостан» милли паркын, Торатауҙы, Толпар шыршылыҡтарын, «Киндерле-Леднев-Октябрьская» мәмерйә системаһын, Туғар һалған күлен, Аҫҡын боҙ мәмерйәһен үҙ эсенә ала.
Кластерҙар өсөн тауыш биреү 13 июлдә башланды. Ул 23 июлдә тамамлана. Тауыш биреү өсөн https://priroda.life сайтына инергә (быны теләһә ниндәй социаль селтәрҙә аккаунт йәки электрон почта аша эшләргә мөмкин), География бүлегендә картала Башҡортостан Республикаһын, кластерҙы һайларға һәм тауыш бирергә кәрәк.
Фото: Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
Читайте нас в