Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2020, 13:55

Вирус һаман да китергә ашыҡмай...

Күреүебеҙсә, йәйге томра арҡаһында күптәр битлек кейеүҙе онотто, социаль дистанцияны инҡар итә. Ә вирус әлегә һаман да эргәбеҙҙә, бер ҡайҙа ла китмәгән.

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 5 940 кешегә артып, бөтәһе 777 486 тәшкил итте. Тәүлектә 85 пациент вафат булған, 3 258 ауырыу һауыҡҡан.
Башҡортостанда коронавирус менән бәйле хәл тотороҡланды тип әйтергә иртә. Һуңғы тәүлектә вирусты эләктергәндәр 41-гә артып, бөтәһе 6 348 кешегә етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия осоронда сирҙән 21 ауырыу вафат булды.
Сирлеләр һаны донъяла 14 миллиондан ашҡан. Иң күбе – АҠШ-та (3,7 миллион), Бразилия һәм Һиндостанда. Дүртенсе урында – Рәсәй.
Тимәк, бөтә эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү үҙ көсөндә ҡала. Күреүебеҙсә, йәйге томра арҡаһында күптәр битлек кейеүҙе онотто, социаль дистанцияны инҡар итә. Ә вирус әлегә һаман да эргәбеҙҙә, бер ҡайҙа ла китмәгән.
Фото:”Роспотребнадзор”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Virus-aman-da-kiterg-ashi-may-374173/
Читайте нас: