Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2020, 11:55

Кейәү – үҙебеҙҙеке!

Һәләтле, сағыу Гөлназ Асаеваның кейәүе, ҡайһы бер матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Ҡазандан түгел, ә Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән. Унан тыш...

Шәмбе, 18 июлдә, башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың никах уҡытыуы мәғлүм булғайны.
Сибәрҙәрҙән-сибәр, һәләтле, сағыу Гөлназ Асаеваның кейәүе кем икәнлеге асыҡланды. Ҡайһы бер баҫмалар хәбәр итеүенсә, егет Ҡазан тарафында түгел, ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында, 1996 йылдың 4 авгусында тыуған.
Бер аҙҙан ул Ырымбур ҡалаһына күскән (Көйөргәҙе яғында йәшәгәндәргә был ҡала күпкә яҡыныраҡ), мәктәпте тамамлағандан һуң Ырымбур мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһы колледжы студенты булып киткән. Әммә бер аҙҙан Вилдан был уҡыу йортон ҡалдырып, 2015 йылда Ҡазанға юлланған. Артабан ул Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алған.
2016 йылдар тирәһененән Вилдан Шәмсетдинов профессиональ кимәлдә йырҙар яҙҙыра. Ошо уҡ ваҡыттан ул Башҡортостан һәм Татарстан сәхнәләрендә сығыш яһай. Унан ул, Villi псевдонимын алып Радик Юлъяҡшин лейблы аҫтында ла эшләп ала. Әлеге ваҡытта ул – ирекле музыкант. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Күреүебеҙсә, йәштәрҙең икеһе лә һәләтле, матур һәм маҡсатлы. Йәштәр бәхетле булһын! Ижади ҡомарҙары ла ташып торһон!
Фото: business-online.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Key----ebe-eke-375050/
Читайте нас: