Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2020, 13:30

Инсульт булдырмауҙың серҙәре бар

Бер көн танышым бик хафаланып шылтыратты: “Зәүхиә апай, кинәт инсульт һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигәйнең әле? Әллә нисә тапҡыр аңлаттың да ул, көндәлек ығы-зығы менән баштан сыҡҡан. Беҙҙең эштә күрше бүлектә компьютерҙа эшләп ултырған 30 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе инсульт һуҡты. “Ашығыс ярҙам” саҡырҙылар, тик ҡотҡара алманылар. Минең дә эш шундай, көн буйы компьютерҙа баш күтәрмәй эшләйем. Ҡайһы саҡ көс-хәлгә ҡайтып ауам, отчет биргән көндәрҙә тормайынса эшләйем, тигәндәй. Әле иһә ҡотом осто. Йәштәр ҙә үлгәс, беҙгә ни ҡала?” – тип хәбәрен теҙҙе ул.

Ысынлап та, хәүефләнерлек шул. Яңыраҡ ҡына өйләнгән, дәртләнеп, “донъя көтәм, балалар үҫтерәм” тип йәшәп ятҡан, эшләп йөрөгән кешенең ҡапыл ғүмере өҙөлөүе – тетрәндергес хәл. Ғаиләһе алдында ла, уны уҡытҡан, тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһе алдында ла бурыстары үтәлмәгән, рәхәтләнеп үҙаллы тормошта йәшәп тә өлгөрмәгән йәш ғүмер тураһында һүҙ бара бит. Иң аяныслыһы – бындай хәлдәр йыш була башланы. Яңыраҡ тағы ла шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәрҙе ишетеп хайран ҡалдыҡ: 11 йәшлек ҡыҙҙы инсульт һуҡҡан...

Был ниндәй заман, кем ғәйепле? Нисек сәләмәтлекте һаҡларға, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күрергә? Ошо һорауҙарға яуапты тапмаһаҡ, ул инсульт көтмәгәндә, барлыҡ пландарҙы емереп, килеүе ихтимал.

Шуға ла һеҙгә “Инсульт, туҡта!” акцияһын башлап ебәрергә тәҡдим итәм. “Был проблема миңә ҡағылмай”, тип уйламағыҙ, сөнки был ҡурҡыныс сирҙе иҫкәртеү еңелерәк, ә дусар булғас, бәләне йырып сығыу үтә ауыр, ҡайһы берҙә мөмкин дә түгел.
Бығаса ҡулдан килгән тиклем күптәргә инсульттан һуң реабилитация ваҡытын уңышлы үтергә ярҙам иттем, әле лә тырышам. Үҙем иһә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәйем. “Инсульт нимә ул?” тигән һорауға яуап яҙып ваҡыт үткәрмәйек – ул барыһына ла мәғлүм. Нисек уның тоҙағына эләкмәҫкә тигән һорау билдәләйек тә шуға яуап эҙләйек.

Хәҙер бөтә ерҙә эш компьютерға көйләнде. Хатта пенсионерҙарҙы ла өйрәтеүсе курстар бар. Бала-саға әле ауыҙ асып һөйләшә белмәй, әммә компьютер күрһә, күҙҙәре янып китә, ҡулдарын һуҙып, үрелә башлай. Әлеге ваҡытта бөтә мәктәптәр, уҡыу йорттары компьютер аша онлайн-уҡыуҙарҙы ойошторғанын, кешеләрҙең компьютер аша ситтән тороп эшләгәнен дә яҙһаҡ, тормош тулыһынса ошо техникаға бәйле икәнлеген йәнә асыҡ күрәбеҙ.

Әммә тап ошо уңайлы ғәмәл арҡаһында кешеләрҙең бик күп сиргә дусар буласағы тураһында егерме йыл самаһы элек “Мосолман календары”нда уҡыған инем. Һанап киткән сирҙәр араһында инсульт та бар ине.

Компьютерҙа эшләгәндә ғүмер­ҙең берәү генә икәнлеген иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуның өсөн бар донъяны онотоп, уның эсенә инеп китеп, үҙеңә иғтибарҙы юғалтырға ярамай. Ниндәй генә яуаплы эш булмаһын, нисек кенә ваҡыт етмәһен, иҫәнлек-һаулыҡ бары­һынан да өҫтөнөрәк ҡуйы­лырға, нисә йыл эшләһәк тә, компьютер беҙҙең ғүмерҙе ҡыҫҡартмаҫҡа тейеш.

Онотмағыҙ: беҙ хатта компью­терҙа ултырып эшләгәндә лә организмдағы барлыҡ процестар – тарҡалыу, бүленеү, ҡан йөрөү, лим­фаларҙағы хәрәкәт һәм башҡалар дауам итә. Бигерәк тә лимфа системаһы көсөргәнешле эшләй. Уның буйлап туҡтауһыҙ үтә күрен­мәле шыйыҡса аға, уға ғәләмәт яуаплы бурыс “йөкмәтелгән”. Был процесс беҙ ҡушҡан йә теләгән режим буйынса эшләмәй, ә секунд һайын бара, организмдағы күҙәнәктәрҙе таҙартып, токсиндарҙы сығарып тора. Әгәр ҙә беҙ компьютер алдында һыу эсмәйенсә өс-дүрт сәғәт ултырһаҡ, беҙ был процесты боҙабыҙ. Бөйөк табип Әбүғалисина былай тип яҙған: “Тәнеңдә бысраҡ һыу йыйма, торғонлоҡ башлана”. Һыу эсмәү генә түгел, хәрәкәт­ләнмәйенсә сәғәттәр буйына ултырыуҙы ла ҡушһаҡ, бик күңелһеҙ хәлде күҙ алдына килтерергә була, ул саҡта был торғонлоҡ әллә нисә тапҡырға арта. Ә бит хәрәкәтләнеү шулай уҡ лимфаларҙың, ҡан юлдарының тотороҡло эшләүен тәьмин итә.

Шулай итеп, эшләгән ваҡытта һәр сәғәт һайын һыу эсеп торорға кәрәк. Һыуҙың температураһы тән­декенән 3-4 градусҡа юғарыраҡ булырға тейеш, сөнки һалҡын һыу эсһәк, үҙебеҙгә зыян ғына яһайбыҙ, организмдағы процестарҙы яйла­табыҙ. Ә һыу эскән һайын (йышыраҡ булһа тағы ла шәп), нисек тә яйын табып, мускулдарҙы хәрәкәтлән­дереп торорға тейешбеҙ.
Был йәһәттән өйҙә дистанциялы шарттарҙа уҡыған балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, бер дәрес бөттөмө, йылы һыу эсереп, хәрәкәтләнеп алыуын тәьмин итеү фарыз, сөнки коронавирустан һаҡлайбыҙ тип, инсультҡа еткерергә ярамай.
Шулай итеп, тәндә торғонлоҡ булдырмау өсөн, организмды таҙа һыу менән тәьмин итеп тороу кәрәк. Бәғзеләр “эшләгән урында һыу юҡ” тигән аҡланыу таба. Булмаһа ни? Тимәк, һаулығыңды үҙеңә ҡайғыртырға ҡала. Термос һатып алығыҙ, көн һайын йылы һыу йөрөтөгөҙ, тип кәңәш итер инем. Үҙемә килгәндә, эшкә термоста бер литр ҡайнар һыу алып барам, тағы бер литрҙы пластик бутылкала килтерәм, эштә йылытып эсәм. Һыуһыҙ ерҙә эшләй икән, тип уйламағыҙ: крандағы хлорлы һыуҙы ҡулланғым килмәй.

Ә хәрәкәтләнеүҙе нисек тә яйларға һәм көйләргә кәрәк. Балалар менән аңлашыла, улар тороп йөрөй ала, ә эштәгеләргә ни ҡылырға? Баш ҡалҡытырға ла ваҡыт юҡ бит! Иң ныҡ торғонлоҡ ҡултыҡ аҫтында башлана. Ундағы лимфалар ҡыҫыла, таҙарынмай башлай. Был – бик ҡурҡыныс күренеш. Уйланығыҙ, яман шеш кеүек алама сирҙәр ошонан башлана ла! Лимфалар таҙарына алмай башлаһа, унда сир үрсей, бактериялар көсәйә. Тимәк, беҙ сәғәт һайын тигәндәй туҡтап, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, яурындарҙы ҡуҙғатҡылап, ҡалаҡ һөйәктәрен алға -артҡа ирекле хәрәкәтләндереп алырға тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр ,“эштә уңайһыҙ”, тиҙәр. Ул турала бөтөнләй уйламағыҙ, башҡалар ҙа һеҙгә эйәреп эшләй башлар. Иң мөһиме – лимфаларҙа хәрәкәт булһын.

Бына ошо урында тағы бер бөйөк табиптың һүҙен иҫкә төшөрәйек. “Ҡайҙа эрен – шунда таҙарт”, – тигән Гиппократ. Был хәл инсульт менән нисек бәйле һуң, тип уйлайһығыҙҙыр. Һыу ағып ятҡан оҙон шлангтың бер урынынан ҡыҫып, хатта еңелсә генә бәйләп ҡуйһаҡ, нимә була? Һыу ағыу бөтөнләй туҡтай йәки әкренәйә, шланг эсендә һыу әсей, тоноҡлана, тәмһеҙләнә башлай. Беҙҙең тәндә лә шулай. Ә бит компьютер янында ултырғанда баш бөтә көсөн егеп “эшләй”, уға кислород, ҡан, витаминдар өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Ә муйындың хәрәкәтһеҙ ултырыуы арҡаһында ҡан йөрөү насарайһа, ойошһа, эштәр харап. Башҡа туҡланыу етмәй, лимфалар эшмәкәрлеге насарайғанға торғон­лоҡ башлана, ҡан үтә алмай, ә хужаның баш күтәрергә лә ваҡыты юҡ. Ошоно ваҡытында һиҙеп, йылы һыу эсеп, башты ҡалҡытып, лимфаларға ярҙам итеп ебәрһәк ине. Хатта тороп муйынды ышҡып, башҡа массаж яһарға тәҡдим итәм. Ниндәй массаж тип ҡыҙыҡһынһағыҙ, Интернет селтәрендә “Һиндостан­дың баш массажы” тип эҙләп, видеоларға күҙ һалырға тәҡдим итәм. Уны һәр кем үҙенә яһай ала.
Унан тыш, иңдәребеҙҙе, устары­быҙҙы ышҡылап, ҡулдарыбыҙҙы әле береһен, әле икенсеһен күтәреп, еңелсә генә күнегеүҙәр яһап ебәрһәк ине. Бер ҙә тора алмағандарға мин сәғәтенә бер тапҡыр биш минут булһа ла ике хәрәкәт яһарға тәҡдим итәм.

Башты өҫкә һәм алға табан һелкәбеҙ: “эйе-эйе”, шунан “юҡ-юҡ” тигән һымаҡ уңға-һулға табан барабыҙ. Тик һис кенә лә башты муйын тирәләй әйләндерергә кә­рәкмәй: улай итеү зыян килтерергә мөмкин. “Быуын ысҡынған” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был осраҡта ла муйында быуын ысҡыныуы ихтимал.

Муйындағы тамырҙарҙың ҡы­ҫылыуы, унда торғонлоҡ барлыҡҡа килеүе беҙҙең организмға ҙур зыян килтерә. Муйын һөйәгендә бүҫер, протрузия барлыҡҡа килеүе, уның ҡыйшайыуы, күҙҙәрҙең насар күрә, ҡолаҡтарҙың насар ишетә башлауы, баш шауы, ҡалаҡ һөйәгенең ҡатып, ҡулдарҙың күтәрелмәй башлауы – бәләһе күп. Шулай ҙа иң ҡурҡынысы – инсульт! Баяғы һыу ағып ятҡан шлангтың өҫтөнә ауыр таш һалып ҡуйыу менән сағыштырығыҙ. Ул саҡта нимә була? Күпме генә тырышһаҡ та, һыу һибә алмаясаҡбыҙ. Баш менән дә шулай: ҡан тамырҙары ҡыҫылмаҫҡа, торғонлоҡ булмаҫҡа тейеш.

Бына шулай ҡыҫҡаса ғына ҡур­ҡыныс сирҙе булдырмау тураһында ҡайһы бер ысулдарҙы яҙҙым. Берҙән-бер ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләүебеҙ өсөн фәҡәт үҙебеҙ генә ғәйепле, шуға сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине.


Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/insult-buldyrmau-y-ser-re-bar/
Читайте нас: