Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2020, 12:00

Эҫе сигенәме?

Һауа торошоноң үҙгәреүен тәүгеләрҙән булып Салауат районының Янғантау ауылы халҡы тойоп өлгөргән дә инде...

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн кистән башлап һәм иртәгә, 21 июлдә, көн дауамында төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, төньяҡ-көнсығышта төнгө сәғәттәрҙә ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә.
Елдең тиҙлеге секундына 3-8 метр, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.
Һауа температураһы 20 июлдән 21-енә ҡарай төндә +13, +18, көндөҙ +24, +29 градус була, көньяҡ райондарҙа һауа +34 градусҡаса йылынасаҡ.
Урыны менән көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Һауа торошоноң үҙгәреүен тәүгеләрҙән булып Салауат районының Янғантау ауылы халҡы тойоп өлгөргән дә инде. Ике көн элек кенә бында термометрҙар 45 градус эҫене күрһәтһә, кисә кис ел көсәйеп ҡойон уйнатҡан, район буйлап бүҙәнә йомортҡаһы ҙурлығы боҙборсаҡ яуып үткән. Район үҙәге Малаяҙ ауылында ағастар ҡолаған. Һарғамыш ауылында бер йорттоң ҡыйығын алып киткән. Боҙборсаҡ яуған ауылдар ихатаһында баҡсалар зыян күргән.
Фотолар социаль селтәрҙән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/E-e-sigen-me-374571/
Читайте нас: