Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2020, 12:05

"Бишек" бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

"Тамыр" телеканалы һәм "Әсә йөрәге" төбәк ойошмаһы көсөгөҙҙө һынап ҡарарға саҡыра.

Ҡәҙерле балалар, ата-әсәйҙәр, олатай - өләсәйҙәр!
Бишек йырҙарын көйләүсе моңло йәндәр һәм үҙ ҡулдары менән бишек эшләүсе оҫталар!
"Тамыр" телеканалы "Әсә йөрәге" әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә Һеҙҙе"БИШЕК" бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыра!
Конкурс өс номинацияла үтә:
  1. Бала башҡарған бишек йыры
  2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры
  3. Бишек эшләү оҫтаһы
  4. Бының өсөн:
    1. Документ итеп айырым беркетелгән ғариза;
    2. Беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡандар оҫтаның үҙ бишеге менән төшкән фотоһы һәм айырым бишек фотоларын беркетеп, "Бәйләнештә" селтәрендәге "Бишек" төркөмөнә (vk.com/bishek_tamir һылтанмаһы буйынса) шәхси хәбәр итеп ебәрергә тейеш.
    3. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткерәйек, туған телебеҙҙе үҫтерәйек!
      Балаларыбыҙға донъя ишектәрен шар асайыҡ, рухтарын нығытайыҡ!
      Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына үткәрелә.
      Ғаризалар 7 августҡа тиклем генә ҡабул ителә. Ашығығыҙ!
      #Бишек #Тамыр #БСТ
      #ФСГОРБ #Материнскоесердце
      Автор: Лилия Нуретдинова
      https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Bishek--b-yge-end--atnashi-i-374591/
      Читайте нас: