Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:50

Урман янғыны контролгә алынды

Башҡортостанда бындай янғындар 2010 йылдан бирле булғаны юҡ ине, тип билдәлй белгестәр.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә Башҡортостан өсөн мөһим проблема – урман янғындары темаһы менән башланып китте. Әлеге ваҡытта дүрт районда – Әбйәлил, Учалы, Бөрйән һәм Белоретта урман яна.
– Беҙ ҙур хәүеф менән янғын һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Был райондарҙа даими рәүештә ут усаҡтары барлыҡҡа килеп торҙо. Кисә үк ҙур оператив штаб булдырырға әҙерләнеп бөткәйнек, тик беҙҙең коллегалар урынға сыҡты, хәл контролгә алына башланы, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, иң ҙур янғын Бөрйән районындағы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында теркәлгән. Унда 2000 гектар урман янған. Кисә кис ул локалләштерелгән, таралыу ҡурҡынысы юҡ. Тик ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар әле һаман урында эшләүен дауам итә һәм янған урындарҙы һүндерә.
Бөгөн хәлдәр шулай: 16900 гектар ерҙә 604 термонөктә теркәлгән. Бөтә урындар тикшерелгән, уларҙың 1882 гектарҙағы 104-е урман янғыны булараҡ теркәлгән. Иң күп урман янғыны түбәндәге райондарҙа теркәлгән: Учалы районында – 23, Белорет районында – 18, Йылайыр районында – 18, Бөрйән районында – 13, Әбйәлил районында – 12.
– Башҡортостанда бындай урман янғындары 2010 йылдан бирле булғаны юҡ ине. Унда 11600 гектарҙа 608 янғын тоҡанғайны, – тине министр. – Әлеге ваҡытта янғынды һүндереү тиҙлеге 74 процент, тимәк 77 янғын беренсе тәүлектә үк һүндерелгән.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә 2018 гектарҙа биш янғын теркәлгән.
– Үткән аҙнала аномаль эҫелек һәм йәшендәр арҡаһында 59 урман янғыны теркәлде, уларҙың 51-енең сәбәбе – ҡоро йәшен. Иң күп янғындар 15 июлдә теркәлде, дөйөм майҙаны 1160 гектарҙа 17 янғын башланды. 59 янғындың 36-һы тәүге көндө һүндерелде, икенсе тәүлектә 23 янғын юҡҡа сығарылды, – тине министр.
Әлеге ваҡытта хәл даими контролдә тотола. Министр белдереүенсә, 22 июлгә тиклем янғындарҙың күпселеге һүндерелеп бөтөргә тейеш.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: