Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:05

Төтөндән ҡурҡмағыҙ! Ул файҙаға

Янғын һүндереүселәр үҙҙәре ут төрткән, сөнки был – кәрәкле сара.

Бөрйәндә урман янғыны дауам итә. Һауала аҡ төтөн артты, тип халыҡ борсолоу белдерә. Быға ҡарата республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аңлатма бирҙе.
“Бөрйән районының Ҡолғана ауылы кешеләре! Янғын зонаһының төньяҡ яғынан - урман янған ергә ҡаршы - контролдә тотолған яндырыу ойошторолдо. Был сара кәрәк, ул янғынды локалләштереү мөмкинлеге бирәсәк. Һауала төтөндөң артыуына аңлап ҡарарға саҡырабыҙ. Ҡаршы килгән яныу урман янғыны зонаһына барып етеү менән төтөн бөтәсәк”, – тине ул.
Янғын менән көрәш дауам итә. Хәлде контролдә тотоу өсөн республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы берлектә авиаразведка үткәрҙе.
Әлеге ваҡытта төп бурыс – янғындан ауылдарҙы һаҡлау. Бының өсөн яуаплы ведомстволар тарафынан даими дежур ойошторолған. Белорет, Өфө, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ райондарынан һәм Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәтенән өҫтәмә көстәр һәм техника ебәрелгән.
Хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы булған һәр ауылдың тирә-яғын һөрөп сыҡҡандар. Әле ауылдарға ҡурҡыныс янамай. Әлеге ваҡытта Бөрйән районында булған биш янғындың берәүһе – Килдеғол ауылы янындағыһы тулыһынса һүндерелгән, Һарғая ауылы янындағыһы локалләштерелгән.
Алдан хәбәр иткәнсә, был янғынды авиация мөмкинлектәрен ҡулланып һүндереү файҙалы түгел. Урман янғындарын һүндереү практикаһы буйынса, һыу һәр 10-15 минут һайын ҡойолоп торорға тейеш. Улай ителмәһә, янғын көсәйәсәк. Һыу сығанаҡтарының йыраҡ булыуы сәбәпле, быны эшләү мөмкин түгел.
Бынан тыш, бындай түбән янғындарҙы һүндергән саҡта, күктән ташланған һыуҙың 30 проценты ғына янғын усағына барып етә, ҡалған һыу парға әйләнә һәм ағастарҙың япрағына ултыра. Шулай уҡ авиацияны файҙаланыу ерҙә эшләгән төркөмдәргә ҡамасау буласаҡ һәм улар өсөн хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Шуға күрә әлеге хәлдә ерҙән һүндереү - иң һөҙөмтәлеһе.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: