Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 11:40

Субсидия ниндәй хужалыҡтарға бирелә?

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларына федераль субсидия алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн...

Башҡортостандың рапс һәм соя етештергән ауыл хужалығы предприятиеларына федераль субсидия алыу мөмкинлеге булдырылған. Был ярҙам республиканың Рәсәй кимәлендә ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә индерелеүе арҡаһында мөмкин булды, тип билдәләй Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре. Финанслауҙың дөйөм күләме «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыу» федераль проекты сиктәрендә 3,3 миллиард һум тәшкил итә.
Дәүләт ярҙамы экспорт баҙарында һорау менән файҙаланған майлы культураларҙы эшкәртеү продукцияһын етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл рапс сәсеүлектәре былтырғыға ҡарағанда кәмегән – 32,7 мең гектар, соя 2,6 мең гектар тәшкил иткән. Был былтыр бал ҡорттарының күпләп үлеүе менән бәйле.
Рапс етештереү күп сығым талап итә – махсус агрегаттар, технологияларҙы үтәү, ҡыйбатлы ашламалар, баҫыуҙарҙы сүп үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү мотлаҡ. Ул бер нисә тапҡыр атҡарыла.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: