Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:50

Өс йыл ҡасып йөрөһә лә...

Бур, үтә ныҡ ашығып, әллә табыштың ҡулға килеп эләккәненән тулҡынланып, 300 мең һумын төшөрөп ҡалдыра.

Ҡариҙел районының полиция хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренән өс йыл буйы ҡасып йөрөгән енәйәтсене эҙләп тапҡан.
Ир 1,3 миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Урғыш ауылында фирма келәтендә эшләгән ир 70 мең һум аҡса урлағанда тотола, әммә енәйәт эше ҡуҙғатылмай, сөнки яҡтар килешеүгә килә. Бер йылдан һуң предприятиеның төп офисына үтеп инеп, 1,3 миллион һум аҡсаны сәлдерә. Тик, үтә ныҡ ашығып, 300 мең һумын төшөрөп ҡалдыра.
Уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асыла. Уғры Екатеринбургҡа китеп, шунда тыныс ҡына ҡасып йәшәмәксе була. Өс йылдан һуң енәйәтсенең ҡайҙа йәшәгәнлеген асыҡлайҙар һәм уны Башҡортостанға ҡайтаралар. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: Эске эштәр министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-yil-asip-y-r--l-370155/
Читайте нас: