Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:30

Район делегацияһы - Нуриман районында

Күсмә осрашыуҙа ҡатнашыусылар иң мөһим проекттар тураһында фекер алышты, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләне.

Район дҽлҽгацияһы - Бҽкҽтов һәм Олокүл урта мәктәптәрҽнҽң башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусылары Гөлгөнә Кәлимуллина, Эльмира Ҡолбахтина, "Даирә" гәзитҽ мөхәррирҽ Эльнара Шаймарданова Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының
Нуриман районында үткән күсмә ултырышында ҡатнашты
Сара әүҙем башҡорт йәмәғәтселегҽ, мәғариф ойошмалар, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө муниципаль райондары вәкилдәрҽ ҡатнашлығында үттҽ.

Нуриман районы башлығы Азамат Носратуллин, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мөһим эштәрендә уңыштар теләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Йылайыр, Ейәнсура, Белорет райондарында үткән осрашыуҙар, башҡорт теле йылы тураһында сығыш яһаны һәм район ҡоролтайҙары активистарын рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров дөйөм эш барышы, төрлө программалар, кабинеттарҙы мультимедиялы комплекстар менән тәьмин итеү тураһында һөйләне. Миҫал өсөн, һуңғы бер йыл эсендә республика мәктәптәрендә 9 башҡорт теле кабинеты асылған, был йүнәлеште финанслау 4,5 миллиондан 6.2 миллионға тиклем артҡан. Илле кеше башҡорт-рус телдәрен тәржемә итеү буйынса махсус курстарҙы тамамлаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн өҫтәмә курстар ҙа һөҙөмтәле эшләп килә. Мәҫәлән, 2019 йылда һөнәри әҙерлек курстарында 50 уҡытыусы, шул иҫәптән Һарытау һәм Һамар өлкәләренән 8 педагог уҡыһа, 2020 йылдың тәүге яртыһында 57 белгес заявка биргән, уларҙың 24-е башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән.

Булат Зинуров шулай уҡ атап үтелгән райондар уҡытыусыларын рәхмәт хаттары һәм сертификаттар менән дә бүләкләне.

Сер түгел, туған телде өйрәнеүҙә проблемалар етерлек. Йыш ҡына ата-әсәләргә үҙ хоҡуҡтарын яҡлау ихтыяжы ла килеп тыуа. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы республика ата-әсәләр комиссияһы етәксеһе Эльвира Байназарова, бындай һорауҙар килеп тыуған хәлдә ҡоролтай комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип белдерҙе һәм контакттарын ҡалдырҙы. Ата-әсәләр комитетының маҡсаттары: рухлы ата-әсәләрҙе берләштереү, ата-әсәләргә хоҡуҡтарын аңлатыу, дәүләт органдары менән эшләү, һәр баланың туған телен өйрәнеүгә, туған телендә тәрбиә, белем алыуға хоҡуҡтарын яҡлау, мөмкинлектәрен үҫтереү.

«Айыҡ ауыл - 2020», уның этаптары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева таныштырҙы. Билдәле булыуынса, 2020 йылда
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән һәм 2019 йылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса конкурстың приз фонды 10 тапҡырға арттырылды. Был тағы ла бер тапҡыр конкурстың актуаллеген һәм мөһимлеген күрһәтә, - тине Сәлиә Мырҙабаева.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар отряды эше тураһында һөйләп үтте. Был отряд ирекмәндәре пандемия осоронда мохтаждарға ярҙам итеү өсөн бөтә республиканы урап сыҡҡан. Тимерйән Рәжәпов аҙыҡ-түлек комплекттарын адресаттарға еткереүҙә ярҙам иткән бөтә кешеләргә ихлас рәхмәтен белдерҙе.

Һөйөнөслө яңылыҡ: Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мобиль отряд эшен дауам итеү һәм үҫтереү өсөн әҙерләнгән проект Башҡортостан республикаһы башлығы гранттары конкурсының еңеүсеһе тип танылды, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2 млн 967 мең һум күләмендә аҡса бүленәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссия эксперты Нурислам Ҡалмантаев башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Рәүеф Сәфәровҡа мемориаль таҡта асылыуы хаҡында һөйләне һәм был ваҡиғаның мөһимлеген телгә алып үтте. Башҡорт халҡының батыр улын мәңгеләштергән мемориаль таҡта бөгөн Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылы мәҙәниәт йорто бинаһына ҡуйылды.

Башҡорт теле йылы, Айыҡ ауыл конкурсы, ирекмәндәр өсөн грант проекты, ата-әсәләр комиссияһы эше һәм мәғариф программалары - күсмә осрашыуҙа ҡатнашыусылар иң мөһим проекттар тураһында фекер алышты, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләне.
илһам Зарипов
  • Алдағы көндәрҙе хәстәрләп
    Йылы көндәр тамамланғас, һалҡын ҡыш та оҙаҡ көттөрмәҫ. Шуға ла “Теплосеть” йәмғиәте алдағы көндәрҙе хәстәрләп, йылытыу миҙгеленә әҙерлекте башлаған да инде
    - Беҙҙең йәмғиәткә ете ҡаҙанлыҡ ҡарай. Предприятиеның эшмәкәрлеге - Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Константиновка һәм Прибельский ауылдарында урынлашҡан ҡаҙанлыҡтарҙа йылылыҡ энергияһын сығарыу һәм уны ташыу (транспортировать итеү)?. Йылытыу миҙгеле тамамланыу менән йылылыҡ селтәрҙәренә гидравлик һынауҙар үткәрелә. Был һынауҙар һөҙөмтәһендә ҡайһы участкаға ремонт талап ителеүе асыҡлана. Шулай, Ҡабаҡ ауылындағы ҡаҙанлыҡта ике участкаға кәрәк ине. Бында ремонт эштәре тамамланды ла инде. Әле Константиновка ауылындағы ҡаҙанлыҡта ағымдағы төҙөкләндереү бара: йылытыу ҡаҙанлығы таҙартыла. Йылылыҡ селтәрҙәре слесары Дамир Әрҙәширов, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Радик Шәнгәрәев йылытыу ҡоролмаһын төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Шулай уҡ бында ҡаҙанлыҡ түбәһенә лә ремонт яһаласаҡ, - ти “Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең башҡарма директоры Нина Еремина.
    Үҙ ваҡытында үткәрелгән профессиональ саралар йылытыу объекттарының ышаныслы эшләүен тәьмин итеүенә булышлыҡ итәсәк. Һалҡын ҡышта иң мөһиме - авариялар булып, өҙөклөктәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел.
    Фәниә Сәлимгәрәева.
    Читайте нас: