Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:10
Мөғжизәғә ышанғайныҡ...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге Ашҡаҙар йылғаһы буйында кисә юғалған алты йәшлек Сашаны эҙләү тамамланды...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге Ашҡаҙар йылғаһы буйында кисә юғалған алты йәшлек Сашаны эҙләү тамамланды. “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре малайҙың һыуҙа һәләк булыуы хаҡында хәбәр итте.
Туғандарының әйтеүенсә, бала үҙенән бер нисә генә йәшкә өлкәнерәк ағаһы менән йылғала һыу ингән. Ҡустыһын бер мәлгә күҙ уңынан ысҡындырған арала, малай юғалған. Күҙаллауҙар буйынса, уны ағым ағыҙған, батҡанын күреүселәр булмаған. Кисә барыһы ла ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, уның табылырына өмөтләнгәйне лә бит...
Быйыл һыуҙа батыусылар һаны тетрәндерерлек, ә өлкәндәр ҡарауынан мәхрүм балаларҙың һыу ҡорбанына әүерелеүе менән һис килешеп булмай. Йәй осоронда ғына күпме бала йәрәхәтләнде, юлдарҙа һәләк булды, һыуҙа батты, күп осраҡта өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы, эскелеге, ата-әсә бурысын үтәмәүе арҡаһында. Был фажиғәнең дә кемгәлер һабаҡ булыуы икеләндерә. Ҡыҙғаныс...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/M-giz--ishan-ayni-372967/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?