Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:10

Коронавирус ҡорбандары артты

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сирҙән вафат булыусы бар...

Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар һаны бер кешегә артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир арҡаһында Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек ир мәрхүм булған.
Шулай итеп, дөйөм алғанда, республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны пандемия осоронда 6307-гә етте, бөтәһе 21 ауырыу вафат булды, 4630 пациент һауыҡҡан. Тәүлек эсендә 58 кешелә сир раҫланған. Әле 1656 кеше дауалана, уларҙың 225-е – стационарҙа.
Рәсәйҙә бер тәүлектә вирусты эләктереүселәр һаны 6109–ға артҡан, 95 ауырыу вафат булған.
Фото: Горобзор.ру.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в