Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 14:05

Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне

Радий Хәбиров 1 сентябрь өсөн борсола

Оператив кәңәшмә ваҡытында һәр ваҡыттағса коронавирусҡа бәйле хәл тикшерелде.
– Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Эйе, үлемдәр һаны кәмей башланы, был ҡыуандыра. Тик барыбер көн һайын бер нисә тиҫтә сирләй башлаған кешеләрҙе теркәйбеҙ. Бер мәл хатта ҡапыл өҫкә китеү булды, Учалыла психоневрология интернатында сир усағы барлыҡҡа килде. Ваҡытында уны локалләштереүгә өлгәштек. Был аҙнала тигеҙ генә барабыҙ кеүек. “Роспотребнадзор” талаптары һәм әлеге хәлгә ҡарап, ғәмәлдәге режимды һаҡларға тәҡдим итәм. Ошо режимда эшләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республикала битлек режимының юҡҡа сыға барыуына борсолоу белдерҙе.
– Бының менән ризалашырға ярамай. Уйларға кәрәк: нисек кешеләрҙе битлек кейҙерергә. Улар аңларға тейеш, был кәрәкле сара. Битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау һәм башҡалар. Йыйылып уйлашайыҡ. Ҡайҙа талап ителә, шунда ҡағиҙәләрҙе үтәүгә әйләнеп ҡайтыуыбыҙ бар. Кешеләргә йомшаҡ итеп аңлатыу зарур, – тине Радий Хәбиров. – Эйе, тағы берҙе ҡабатлайым, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Беҙ үҙебеҙҙең бурысты үтәйбеҙ, дауаханала урындар булырға тейеш.
Бынан тыш республика етәксеһе яңы уҡыу йылы етеп килеүен һәм бер ни тиклем борсолоу менән был турала уйланыуын белдерҙе.
– Мәктәптәргә ярты миллион бала барасаҡ, коллективтар ҙа эшләй башлаясаҡ. 1 сентябргә дөйөм көс менән ыңғай итеп сығырға кәрәк. Ана башҡа илдәрҙе ҡарағыҙ, уларҙа икенсе тулҡын башланды. Асылған илдәр кире ҡаты карантинға ябыла башланы. Беҙгә был хәлгә ҡалмаҫҡа ине, халыҡ менән һөйләшеп, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур, – тине ул.
Фото: potokmedia.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в