Нуриман районының Салдыбаштамаҡ ауылында ун йәшлек ҡыҙыҡай юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Екатерина Столбова кисә, 19 июлдә ғәйеп булды.
Әлеге ваҡытта бала табылмаған. Уның ниндәй шарттарҙа юғалыуы асыҡланған. Ғаиләнең таныштары был турала “Башинформ” агентлығына мәғлүмәт биргән:
– Катя атаһы менән бесәнгә барған. Киске һигеҙҙәр тирәһендә ул апаһы артынан Ҡариҙел ярына төшкән. Апаһы балыҡ тотоп ултырған. Катя йылғаны аша сығырға булған – өҫтөнә ҡотҡарыу жилеты кейгән. Апаһы кемдеңдер һыуҙа батып барғанын күргәс, ярҙам эҙләп йүгергән. Яҡында торған бер машина эргәһен килеп еткән. Тик водитель: “Мин йөҙә белмәйем” тигән дә, боролоп сығып киткән. Ул кире килгән саҡта һыуҙа бер кем дә булмаған. Апаһы яңынан ярҙам эҙләп йүгергән.
Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙегә төшөрәбеҙ, Катя ябыҡ ҡына, сәстәре һары, күҙе көрән. Ул алһыу футболка, һары жилет һәм төҫлө шорты кейгән.
Уны күрһәгеҙ 8-800-700-54-52 йәки 112 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.