Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 16:30

Кәмәлә китеп юғалғандар...

Юғалған ирҙәрҙең дуҫтары әйтеүенсә, башта улар кәмәлә дүртәүләп йөрөгән. Кис еткәс, икәүһе ярҙа төшөп ҡалған. Ә ҡалған ирҙәр артабан һыуһаҡлағыс матурлыҡтарын ҡарарға киткән...

Ял көндәрендә ҡотҡарыусыларға борсоулы хәбәр килгән: Павловка һыуһаҡлағысында кәмәлә туристар юғалған. Моторлы кәмәлә ике дуҫ булған.
Юғалған ирҙәрҙең дуҫтары әйтеүенсә, башта улар кәмәлә дүртәүләп йөрөгән. Кис еткәс, икәүһе ярҙа төшөп ҡалған. Ә ҡалған ике ир артабан һыуһаҡлағыс матурлыҡтарын ҡарарға киткән. Әйткән ваҡытта тейешле урынға ҡайтмағас, дуҫтары кәмәләге кешеләр өсөн борсолоп, ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән.
Ҡотҡарыусылар юғалғандарҙың дуҫтарын үҙҙәре менән алып, эҙләргә сығып киткән. Тиҙҙән юғалыусылар ярҙан һигеҙ километр алыҫлыҡта табылған. Баҡһаң, ирҙәр һыу буйлап йөрөй торғас, ориентирын юғалтҡан, аҙашҡан һәм кире әйләнеп ҡайта алмаған. Бәхеткә күрә, улар иҫән-һау, хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек. Медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: