Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:00

Етенсе ҡаттан ҡолаған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" бригадаһы бер нисек тә ярҙам итә алмаған...

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 30 йәшлек ҡатындың һәләк булыу осрағын тикшерә. Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Мушников урамындағы күп ҡатлы йорттоң тәҙрә аҫтында ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡатын етенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Ваҡиға урынына килеп еткән "Ашығыс ярҙам" бригадаһы бәләгә тарыған кешегә бер нисек тә ярҙам итә алмаған, бары үлем осрағын теркәргә генә тура килгән. Фажиғәнең сәбәбен хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә асыҡларға тура киләсәк.
Фото:Ufa.Aif.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Etense-attan-ola-an-372673/
Читайте нас: