Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 13:05

Дүрт бала әсәһе нимәнән вафат?

Өс малайҙан һуң көтөп алған ҡыҙы донъяға килгәнгә тиклем һәм унан һуң ҡатын үҙен нисек тойған? Анализдар нимә күрһәткән? Табиптар Лилиәне ҡотҡарыу өсөн нимәләр эшләгән? Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле был ауыр хәлдең барлыҡ нескәлектәрен билдәләне.

Йәп-йәш кенә дүрт бала әсәһенең иң шатлыҡлы ваҡиғанан һуң – өс малайҙан һуң бәләкәс ҡыҙы донъяға килгәс, кинәт дауаханала вафат булыуы, яҡындарының унда, бәлки, коронавирус йоғоуы ихтималлығын билдәләүе тураһында хәбәр итеүҙәрен матбуғат саралары яҙғайны.
Ниһәйәт, был ваҡиғаға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми комментарий бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Лилиә М. 16 июлдә баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге бала табыу йортонда вафат булған. Шөкөр, бәпес имен-һау, унда бер ниндәй ҙә сир бидәләре асыҡланмаған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Софья Алешина әйтеүенсә, июль башында йөклөлөктөң һуңғы срогында булған 32 йәшлек Лилиә үпкә шешеүе билдәләре менән медицина учреждениеһына эләккән. Клиник картина һәм анализдар ҡатында пневмония барлығын асыҡлаған, COVID-19-ға алған анализдар кире һөҙөмтә күрһәткән.
Алешина белдереүенсә, ҡатын коронавирус сирен йоҡтороусылар менән аралашмаған, хәүеф төркөмөндә тормаған. Мәскәү табиптары менән телеконсультация үткәргәндән һуң, ҡатын баланы үҙаллы табасаҡ, тигән ҡарарҙа туҡталғандар.
9 июлдә Лилиәне тулғаҡ тота башлаған, уны бала табыу залына оҙатҡандар. Әммә медицина ярҙамы күрһәтә башлағандан һуң, ҡатындың физик күрһәткестәр буйынса был ғәмәлгә әҙер түгеллеге асыҡланған. Бер сәғәттән һуң уға кесарь киҫеме ысулы менән ярҙам итергә ҡарар сығарғандар. Операция уңышлы үткән, бала һау-сәләмәт тыуған, әсәне палатаға оҙатҡандар.
“Бер тәүлектән һуң әсәнең температураһы күтәрелә башлаған. Уға компьютер томографияһы эшләгәндәр. Был ваҡытта инде ҡатындың үпкәһендәге елһенеү билдәләре дауаханаға килгәндәнңге мәлдән тағы ла нығыраҡ артҡаны асыҡланған. Бер нисә көн дауамында Лилиәнең хәле насарайғандан-насарая барған. Сираттағы телемедицина консультацияһынан һуң уны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына күсерергә хәл иткәндәр. Пациенттың ризалығынан һуң, был тормошҡа ашырылған. Яҡындары ҡатындың хәле һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге тураһында хәбәрҙар ине”, – ти ведомствоның матбуғат секретары.
Софья Алешина, шулай уҡ, ҡатындың комала булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. 16 июлдә, табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, пациент вафат булған.
“Дөрөҫөн әйткәндә, барлыҡ медицина персоналы өсөн бик ҡыйын хәл, сөнки ҡатындың ғүмере өсөн бөтә көстө һалып көрәшкәндәр. Баштан аҙаҡҡаса уға тулы медицина ярҙамы күрһәтелгән, хәле контролдә тотолған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни тиклем тырышлыҡ һалмаһындар һәм ни генә эшләмәһендәр, пациент вафат булған”, – ти Софья Алешина.
Һап-һау ҡыҙын ҡулына ла алмай вафат булған Лилиәнең балаһын әле әсәһе ҡарай, уға баланың атаһы ла ярҙам итә. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/D-rt-bala-s-e-nim-n-n-vafat-373028/
Читайте нас в