Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:05

Был ялдарҙа һыу күпме ғүмерҙе алды?..

Ҡыҙғаныс, был шәмбе һәм йәкшәмбе лә имен үтмәне...

Ҡыҙғаныс, һыуға батып үлгән кешеләр тураһындағы хәбәр хатта аптыратмай ҙа башланы кеүек. Көн һайын күпләп батып торалар шул.
Бөгөн генә Өфөлә дүрт кеше һәләк булған. Уларҙың бөтәһе лә һыу инеү өсөн тыйылған урында батҡан.
54 йәшлек ирҙең кәүҙәһен шаһиттар Ҡариҙел йылғаһының һул яғында, “Имәндәр” баҡсасылар ширҡәте янында күреп ҡала. Полиция нимә булғанын асыҡлай.
Тағы бер кешене шулай уҡ Ҡариҙел йылғаһында, “ДОК” паром сығыуы янында табалар. Был кешенең кемлеге асыҡланмаған. Урында ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡсылары эшләй.
43 йәшлек ир Ағиҙелдә, Затон районында юғала. Уның һыуға батыуы тураһында шаһиттар хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир иҫерек булған. Әле водолаздар уның кәүҙәһен эҙләй.
Сипайлово биҫтәһендә 25 йәшлек ир батты. Шаһиттар уның кәүҙәһен һөйрәп сығарған саҡта, ул аңын юғалтҡан була. Шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар. Урынға тиҙ арала катерҙа килеп еткән ҡотҡарыусылар ун минут дауамында уға реанимация эшләп ҡарай, тик һөҙөмтәһеҙ. Йәш ир аңына килмәй үлә.
Өфөнән башҡа, райондарҙа ла шул уҡ хәл. Краснокама районында 30 йәшлек ир батҡан. Уның кәүҙәһе әле табылмаған, водолаздар эҙләй.
Бишбүләк районында 56 йәшлек ирҙең батыуы тураһында ла хәбәр ителә. Уның кәүҙәһен шаһиттар сығарған һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырған. Был ирҙәр ҙә тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу ингән.
Ғөмүмән, алдан көтөлгәнсә, был эҫе ялдарҙа ла кеше күпләп батты. Водолаздар һәм ҡотҡарыусылар үлгән кешеләрҙе һыуҙан һөйрәп сығарыу көндәлек эшкә әйләнде ти. Бер саҡырыуҙан ҡайтып, кейемдәрен киптереп тә өлгөрмәйҙәр, икенсе, өсөнсө саҡырыу килә. Дөйөм алғанда, барыһы ла бер иш кеүек: ирҙәр эскән, һыу ингән, батҡан... Ни бары һыу ятҡылығының исеме генә үҙгәрә.
Фото: m.ru.delfi.lt
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: