Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:28

"Улым үлде, ҡәбер ҡаҙығыҙ..."

Биш йәшлек бала һыу буйында юғалған тигән хәбәр билдәле булғас, йөрәктәр жыу итеп ҡалды. Һәр кем үҙенең яҡындары тураһында уйланы, таныш булмаған сабыйҙы йәлләп, уның өсөн ҡайғырып күңеле һыҙланы. Бындай ҡот осҡос мәлдә ата-әсәһе ни эшләйҙер тип уларҙы ла ҡайғыртыусы күп булды.

Ә малайҙың әсәһе был ваҡытта нимә эшләгән тип уйлайһығыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шыр иҫерек ятҡан. Ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр сабыйҙы эҙләгән саҡта ул өйөндә булған тиҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, малай 15 июлдә кискә ҡарай Шишмә районында Дим йылғаһында ғәйеп булғайны. Баланың атаһы ике ай элек һәләк булған. Һәм уның тағы өс туғаны бар.
“Әле әсәһе икенсе ир менән йәшәй. Улар һыу буйына килгән, эсергә лә алғандар. Иҫергәс, бәләкәскә иғтибар итмәгәндәр. Ҡатындың дүрт балаһы бар. Әле был улы юғалғас, ҡалғандарын опека килеп алған”, – тип һөйләгән “ГорОбзор” баҫмаһына ғаиләне белгән кешеләр.
Юғалған малай тыныс, йомоҡ, үҙ йәше өсөн бик бәләкәй һәм ябыҡ ҡына булған.
“Ул бигерәк бәләкәй ине. Кешеләр менән шым ғына һөйләшә, ишетер өсөн һәр ваҡыт кире һорарға кәрәк. Әсәһе уны һәр ваҡыт әрләй торғайны, “хас атаһы” тип тә ярһый ине. Малай юғалған көндә ул нимә булғанын аңламаны ла. Кеше эҙләй башлаған саҡта ҡайтып киткән, икенсе көнө лә шылтыратҡас, йоҡлап ятҡаны асыҡланған”, – ти шул уҡ кеше.
Әйткәндәй, әсә кешегә ни бары 29 йәш. Уның был ҡот осҡос хәлгә ҡарашы бик күптәрҙе аптыратҡан. Ят кешеләр, ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр малайҙы эҙләгән саҡта яр буйына килеп тә әйләнмәгән.
“Халыҡ был хәлгә шаҡ ҡатты. Кешеләр баланы эҙләгән саҡта әсә, имеш, ниндәйҙер документтар эшләү менән шөғөлләнгән. Әле сабыйҙың үлгәне билдәле булмаған саҡта уҡ күршеләренә шылтыратып, улы өсөн ҡәбер ҡаҙыуҙы һораған”, – тиҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә водолаздар ғаилә ял иткән урындан биш километр алыҫлыҡта малайҙың кәүҙәһен тапҡан. Сабый батып үлгән. Йәшәп тә өлгөрмәгән бала бик йәл. Был осраҡ башҡаларға миҫал булһын ине. Ниндәй генә хәл булмаһын, ғәзиз сабыйҙарыбыҙҙы иғтибарҙан юғалтмайыҡ. Бала ғүмеренән ҡиммәтерәк нимә бар?
Фото: "ГорОбзор".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: