Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:25

Ниһайәт, Гөлназ кейәүгә сыҡты!

Инстаграмда Гөлназ Асаеваның сәхифәһендә ошондай фото килеп сыҡты. Аҫтында - ҡыҫҡа ҡына “Эйе” тигән яҙыу һәм йөрәк һүрәте. Аңлауыбыҙса, ниһайәт, яратҡан йырсыбыҙ ҙа кейәүгә сыҡты. Дөрөҫөрәге, бөгөн уның никахы булды.

Гөлназды фанаттары әллә ҡасандан бирле кейәүгә бирә алмай “йонсой” ине. Һәр бер аҙымын күҙәтеп барған кешеләр уны ана сыға, бына сыға тип көттө. Тик бына ошо фотоһы килеп сыҡҡас, ышанмаусылар ҙа күбәйҙе лә китте.
Фото аҫтындағы комментарийҙарҙа башлыса йәштәрҙе ҡотлаһалар, күптәр ышанмауын белдерҙе. Кемдер уны никах күлдәген рекламай тиһә, икенселәр бөтөнләй уны таныманы. Әллә был ысынлап сираттағы пиармы тип, әсәһе Лилиә Биктимерованың сәхифәһенә лә инеп ҡараныҡ. Был юлы ысын, ахыры. Уның сәхифәһендә лә никахты дәлилләгән “стористар” күп. Бына ул сәскә тотоп тора, бына мәсеттә ултыралар, бына ҡунаҡ табынына тигән ҡаҡланған ҡаҙҙарҙы бүләләр.
Шулай булғас, шик ҡалманы, Гөлназ да башлы-күҙле булды. Кейәүгә килгәндә, арты менән торғас, уның кемлеген танып булмай. Комментарийҙарҙа был Вилли тип яҙалар.
Кем булһа ла, Гөлназдың күңеленә ятҡас, бәхетле булһындар!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: