Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:49

Коронавирус менән көрәшкән табиптарыбыҙ ҡайтты!

Барыһы ла иҫән-һау! Башҡортостан табиптарынан торған интернациональ төркөм, Амур өлкәһендә коронавирус менән көрәшкән коллегаларына бер ай буйы ярҙам иткәндән һуң, ниһайәт, республикаға әйләнеп ҡайтты.

Күҙгә күренмәгән фронттан табиптарҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төркөмө ҡаршы алды.
Табиптарҙың эш сәфәре Алыҫ Көнсығышта пандемия ҡоторған мәлгә тура килә. Проректор Виталий Викторов әйтеүенсә, Амур өлкәһендә эшләргә теләүселәр күп булған. Иң яҡшыларҙы һайлап алғандар, телдәрҙе белеү ихтыяжы тыуған, сөнки пациенттар араһында вахта ысулы менән эшләгән байтаҡ сит ил кешеләре булған. Бригада составында – табиптар һәм университет студенттары. Уларҙың барыһы ла коронавирус менән көрәштә сынығыу алған , яртыһының вирусҡа иммунитеты барлыҡҡа килгән. Смена араһында барыһы ла даими рәүештә тест биргәндәр. Самолетҡа ултырып ҡайтырҙан бер нисә көн алда йәнә контроль тест тапшырғандар. Ике аҙналыҡ үҙизоляциянан һуң табиптар яңынан эшкә сығасаҡ.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в