Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:09

Искәндәр Ғәзизов ниңә әле һаман үкенә?

Башҡорт эстарадаһы йырсыһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, үҙенең ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән тамашасы һөйөүен яулаған Искәндәр Ғәзизов менән бер осрашҡанда унан "Тормошта һине иң үкендергәне нимә?" тип һораным.

"Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үкендергән мәлдәр ҙә бар. Улар араһында минең өсөн иң аяныслыһы – әсәйемде иҫән сағында шифаханаларға йөрөтә, дауалай алмай ҡалыуым, уға етерлек иғтибар бирмәүем. Хәҙер аҡса ла, мөмкинлек тә бар, тик иң ҡәҙерле кешем янымда юҡ... Хәҙер ғүмер буйы әсәйемә изгелек эшләп өлгөрмәгәнгә үкенәм. Хәҙер барлыҡ йылылыҡты, иғтибарҙы атайыма бирергә тырышам. Буш ваҡыт булыу менән ауылыма атлығам. Атайым хәҙер туғыҙ йыл яңғыҙы тора, башҡаса өйләнмәне. Ағайым эргәһендә булһа ла, минең ҡайтыуым уның өсөн оло байрамға әйләнә. Теләгем: һәр бер кеше яҡындарын һаҡлаһын, яҡты тормошта матур йәшәһен", - тине Искәндәр Ғәзизов.
Фото йырсының шәхси архивынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: