Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:13

“Ипкене ныҡ бәрелә, яҡын барырлыҡ түгел...”

Бөрйән районында урмандар яна. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов хәбәр итеүенсә, янғындар көсәйеү сәбәпле, төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

“Утҡа ҡаршы көрәштә техникалар, ирекмәндәр талап ителә. Көн һайын иртәнге 9.00 сәғәттә район хакимиәте алдынан янғын һүндерергә ирекмәндәр менән автобус ебәрелә”, – тип яҙҙы ул “Бәйләнештә” сәхифәһендә.
Әлеге ваҡытта ҡурҡыныс айырыуса Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына янай.
“Унда яҡын барырлыҡ түгел. Ныҡ ялҡын бәрә, эҫе, тын етмәй. Кеше генә һүндерерлек түгел, вертолеттар һымаҡ ҙур техника кәрәк”, – ти әлеге ваҡытта янғын һүндереү менән мәшғүл ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Интернет селтәрендә бар халыҡ был яңылыҡты дәррәү күтәреп алды, кемдер мәғлүмәт таратыу менән, кемдер аҡсалата, кемдер үҙе барып шәхсән ярҙам итергә әҙер. Әүҙем башҡорт йәштәренең береһе, “Башҡортостан” гәзитенең элекке хеҙмәткәре Шәфҡәт Ғәбитов команда йыйып, ирекмәндәр сафында Бөрйән районына юлланды.
Бөрйән районының ирекмәндәр хәрәкәте кешеләргә янғын һүндереүҙә ярҙам иткәндәре өсөн түләргә иғәнә йыя.
Битараф булмағандар 89378388438 телефон номерына бәйле Һаҡлыҡ банкы картаһына аҡса ебәрә аласаҡ, кемдең күпме ебәргәне Бөрйәндең ирекмәндәренең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә күренеп торасаҡ.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: