Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2020, 16:22

Азалия табылған

Азалия Нотфуллинаны (Исламғолова) эҙләүҙәре тураһында яҙғайныҡ инде. Алдан әйтеүебеҙсә, 52 йәшлек ҡатын Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәгән, ул 22 июндә өйөнән сығып киткән һәм йортона кире әйләнеп ҡайтмаған.

Ул сәләмәтлеге йәһәтенән медицина ярҙамына мохтаж булған. Уның юғалыуы тураһында яҡындары хәбәр иткән.
Ошо көндәрҙә һөйөнөслө хәбәр еткерҙеләр: Азалия Илһам ҡыҙы табылған, бөгөн ул үҙенең өйөндә.
Донъяла изге кешеләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. 1969 йылғы Азалия Нотфуллинаны эҙләүгә кемдәр генә ҡушылманы. Айырыуса, ирекмәндәр күп көс түкте, яҡындары һәм туғандарының тырышлығын телгә алыу ҙа артыҡ.
– Кешеләрҙе эҙләүгә ирекмәндәр көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, – тип һөйләй ирекмән Гөлфиә. – Беҙгә ундайҙарҙың туғандарынан бер нимә лә кәрәкмәй, иң мөһиме, уларҙың һәр береһе маҡсатына ирешһен, ғәзиздәре менән бәхетле тормош көтһөн!
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: