Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, кисә ҡыҙыҡай ата-әсәһе менән Ағиҙелгә һыу инергә килгән. Был Борай районында Вострецов ауылынан йыраҡ түгел урында булған. Ата-әсә һәр ваҡыт баланы ҡарап йөрөтә, тик бер мәлдә әсәй кеше бер нисә секундҡа ғына иғтибарын юғалта. Ошо ваҡытта бала бата ла. Уны ҡотҡара алмайҙар.
Икенсе үлемесле осраҡ Иглин районында Иван-Казанка ауылы янындағы бәләкәй генә йылғала була. Мәғлүмәттәр буйынса, 60 йәшлек ир дуҫтары менән “Һыу инеү тыйыла” тигән билдә ҡуйылған урында эсеп ултырған була. Тик эскән кешегә ул һүҙҙәр нимә инде: һыуға төшөп китә һәм батып үлә.
Өлкән йәштәге ир үҙ ҡылыҡтары өсөн үҙе яуап бирә, ә бына иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле батҡан бала айырыуса йәл. Хөрмәтле ата-әсәләр, сираттағы тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Балағыҙға бер йәшме, 18-ме, унан һыу буйында күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Бер секундҡа ғына иғтибарҙы юғалтыуҙың төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәгә килтереүе ихтимал.