Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:38

“Хәстәрлек картаһы” нигеҙендә ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре мохтажлыҡ кисергән кешеләргә аҙыҡ-түлек тапшырыуҙы дауам итә. Бындай ярҙамдың өсөнсө тулҡыны “Хәстәрлек картаһы” тигән яңы проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

“Ярҙам айырыуса мохтаж булғандарға күрһәтелә. Проект адреслы характерға эйә. “Хәстәрлек картаһы”на Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар, уҡып йөрөгән етем балалар, тәғәйен йәшәү урыны булмаған кешеләр, эшһеҙ ҡалған аҙ тәьмин ителгәндәр һәм тормошта ауыр хәлгә тарыған (торлағы янған, ғаилә башлығы фажиғәле һәләк булған һ.б.) граждандар инә”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы бер мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыла. Финанс ярҙамын “Башпотребсоюз” һәм Башҡортостан сода компанияһы күрһәткән. Йыйылмаға сәй, төрлө ярма, туҡмас, консервалар, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, көнбағыш майы, печенье һәм кеҫәл инә.
Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” акцияһы республикала апрель аҙағында башланғайны.
Фото: bashkortostan.er.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: