Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2020, 19:08

Беҙ ниндәй зонала?

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының яйлап кәмеүгә барыуы күҙәтелә. Иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәге төбәктәрҙәге хәлде асыҡлап, уларҙы дүрт төҫтәге зоналарға бүлгән. Ә беҙ исемлектең ҡайһы өлөшөндә?

Йәшел зонала сир осраҡтары һиҙелерлек кәмегән төбәктәр билдәләнгән. Уға 16 төбәк инә. Һары зонала - сир осраҡтары яйлап кәмегән 31 төбәк. Ҡыҙғылт зонала – сир кәмеүе көтөлгән төбәктәр. Башҡортостан һәм тағы ла 20 төбәк ошо зонаға ҡарай. Ҡыҙыл зонаға сирләү кимәле юғары булған 15 төбәк инә. Мәғлүмәт көн дә үҙгәреп тора.
Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренән күренеүенсә, тәүлек эсендә Башҡортостанда тағы ла 60 сир осрағы асыҡланған. Шулай итеп, вирусты йоҡтороусылар һаны бөтәһе 6 194 кеше тәшкил итә.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 6 406 сир осрағы асыҡланған, 186 пациент вафат булған. Күреп тораһығыҙ, тынысланырға урын юҡ, эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү барыбыҙҙың да бурысы булып ҡала бирә.
Фото: Олег Яровиков
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: