Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2020, 18:58

Ҡалтасыла - шартлау

Хәүефһеҙлек сараһын күҙәтмәү күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Ошо арҡала Ҡалтасы районының Буралы ауылында шәхси йортта газлы-һауалы ҡатнашма шартлаған.

Шартлауҙан барлыҡҡа килгән көслө баҫым бер ҡатлы йорттоң дүрт тәҙрәһен ватҡан һәм өйгә һуҡтырып эшләнгән таҡтанан төкөтмәгә зыян килтергән. Шартлауҙан янғын сыҡмаған.
Инцидентта 48 йәшлек ҡатын зыян күргән, уның тәненең 45 проценты янған. Ауыр тән йәрәхәте алған ҡатынды дауаханаға оҙатҡандар. Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: “Молодежная газета” сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: