Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2020, 11:46

1 августан рәсәйҙәр газға күберәк түләй башлай

1 августан Рәсәйҙә тәбиғи газға хаҡ арта.

ФАС зәңгәр яғыулыҡ хаҡын индексациялау тураһында бойороҡто теркәне. Халыҡ өсөн дә, сәнәғәт өсөн дә тариф яҡынса 3% арттырыла.
«Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, газға хаҡты арттырыу 2020 йылдың апрелендә үк планлаштырылған. 1 июлдән тариф планына үҙгәрештәр индерелергә тейеш булған, ләкин бойороҡто әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылған. Ике йыл элек илдә ошондай хәл күҙәтелде: ул саҡта газға түләүҙе арттырыу 21 августа көсөнә инде.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: